Уҡыусыларҙың ҡаҙанған уңыштарына ҡара-ғанда, улар ҡаланың ғына түгел, ә республика олимпиада хәрәкәтенә лә йоғонто яһай. Ун фән буйынса үткәрелгән республика олимпиадаһында туғыҙ уҡыусы еңеү яуланы, 51 бала призлы урынға лайыҡ булды. Еңеүселәр Бөтә Рәсәй олим-падаһында ҡатнашып, 1 еңеү һәм 4 призлы урын менән ҡайтты.
– Яңы быуын яңы еңеүҙәр алып килә, беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – был өлгәшеүҙәрҙе йыл һайын ҡабатлау һәм тағы ла арттырыу. Уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар теләп ҡалайыҡ, әлегеләй тырышлыҡ күр-һәтһәләр, барыһы ла уларҙың ҡулынан киләсәк. Был еңеүҙәргә уҡытыусылар һалған көс иң юғары баһаға лайыҡ, – тине ҡаланың мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Йыһанша улы Ишбаев (аҫҡы һүрәттә).
Уҡыусыларҙың уңыштарын күрергә уҡытыусылар, ата-әсәләр, юғары уҡыу йорттары һәм колледждар етәкселәре килгәйне. Өфө дәүләт нефть-техник университетының Стәр-летамаҡ филиалы директоры Рөстәм Дәминев, Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусаҡаев егет-ҡыҙҙарға артабан да уңыштар теләне һәм үҙҙәренең уҡыу йорттарында уларҙы студент булараҡ күрергә теләүҙәрен белдерҙе.
Ҡайһы бер мәктәптәрҙән уҡыусылар төркөм-төркөм булып килгән. Мәҫәлән, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның маяҡтары (өҫкө һүрәттә) тантананан күтәренке кәйеф менән таралышты. Сөнки ҡыҙҙар үҙҙәре кеүек үк булдыҡлы, тырыш, маҡсатҡа ынтылышлы тиҫтерҙәре менән бер рәттән бүләкләнеп, киләһе йылға тағы ла көс-дәрт алды.