Йылға-күл буйҙарындағы ҡышлаусы ҡоштар иҫәпләнәсәк. Эште башлыса орнитологтар, йәғни ҡоштарҙы өйрәнеүселәр башҡара, әммә бөтә урындарҙы ғалимдар белеп тә бөтмәүе мөмкин, шуға урындағы кешеләрҙең дә ярҙамы кәрәк. Алынған бөтә мәғлүмәттәр Ҡоштар атласына индереләсәк. Ә уҙған йылда республикала был акцияла 50-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.