Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Ҡотлайым тип, туҡмалған

Яңы йыл байрамдары мажараһыҙ булғаны юҡтыр ул. Ҡайһы берҙә үкенесле хәлдәр менән дә тамамлана.

Ҡаланың “Салауат” кинотеатры янында Яңы йыл төнөндә бер егет урамда осраған бер төркөм ир-атты байрам менән ҡотлай. Тик был теләктәр иҫереп алған ирҙәргә оҡшамай һәм улар ҡотлаусыны дөмбәҫләп ташлай, тип хәбәр итәләр интернет селтәрендә.
Былтыр шулай уҡ беҙҙә бер ғәйепһеҙгә бер егетте туҡмап, һуҡыр ҡалдырҙылар. Төнгө 3-тәр самаһында ул һөйгән ҡыҙы менән туғандарынан ҡунаҡтан ҡайтып килгән. Яндарынан үтеп барған машиналағылар быларға ҡысҡыртып китә. Егет иһә был ҡысҡыртыуға ҡул болғап ҡала, әммә автомобилдә китеп барыусыларға йәйәүленең ҡылығы оҡшамай һәм ике ир уның менән “мөнәсәбәт асыҡларға тотона”. Һөҙөмтәлә 15 тапҡыр башына һуғылыуҙан егеттең күҙенә зыян килә. Кешегә урамда яуап биреү түгел, һүҙ ҡушыуы ла ҡурҡыныс хәҙер.
Читайте нас