Хаҡлы ялға сығыу йәшен күтәреүҙе чиновниктар халыҡтың уртаса ғүмер оҙонлоғо артыуы һәм эшсе халыҡтың кәмеүе менән аңлата. Шулай уҡ был пенсияны арттырыуға ла булышлыҡ итәсәк.
Үткән шәмбе Рәсәй Хөкүмәте пенсия йәшен этаплап арттырыу һәм НДС-ты 20 процентҡа тиклем күтәреү тураһында Дәүләт Думаһына закон проектын индереүгә ҡарар сығарҙы.
Уға ярашлы, Министрҙар Кабинеты 2019 йылдан 2034 йылға тиклем ир-аттарға – 65 йәштән, ҡатын-ҡыҙҙарға 63 йәштән хаҡлы ялға китеүҙе билдәләргә йыйына. Әлеге ваҡытта пенсия йәше сағыштырмаса – 60-55 йәш.
Реформа һөҙөмтәһендә хөкүмәт пенсия йәшен йыл һайын бер йылға өҫтәп барырға ниәтләй. Был реформа әле пенсия тәғәйенләнмәгәндәргә генә ҡағыла.
Премьер-министр Дмитрий Мед-ведев үҙ сығышында пенсия йәшен күтәреү пенсия күләмен арттырыуға бу-лышлыҡ итәсәк, тип белдерҙе. Ә вице-премьер Татьяна Голикова социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ултырышында был реформа киләһе йылда пенсионерҙарҙың килемен 12 мең һумға тиклем еткереүгә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләй. Уның һүҙҙәре буйынса, пенсия ай һайын 1 меңгә артып барасаҡ, йәғни 2019 йылда һәр пенсионер, стажына, страховка иғәнәһе күләменә ҡарап, 12 мең һум аласаҡ.
Шулай уҡ пенсия йәшен күтәреүҙе эшләүсе граждандар һанының кәмеүе менән дә бәйләйҙәр. Хөкүмәт башлығы Дмитрий Медведев белдереүенсә, илдә эшсе халыҡтың өлөшө кәмей, ә пенсионерҙар арта бара. Был хәл пенсия системаһын көрсөккә килтерергә мөмкин, йәғни дәүләттең үҙ социаль бурыстарын үтәй алмаҫлыҡ хәлдә тороп ҡалыуы ихтимал. Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 1970 йылда бер пенсионерға 3,7 эшсе тура килһә, 2019 йылда – 1,8 эшләүсе тура киләсәк. Татьяна Голикова белдереүенсә, Рәсәйҙә эшкә һәләтле граждандар һаны йыл һайын яҡынса 400 меңгә кәмей бара. Шуның өсөн илдә пенсия реформаһы үткәреү пенсияны күтәреүгә һәм эшләүселәрҙе арттырыуға булышлыҡ итәсәк.