Стәрлетамаҡтағы үҙәк, республика филиалы булараҡ, 2011 йылдың ғинуарында асылған. Уға республиканың көньяғына ҡараған район һәм ҡалаларҙа йәшәүсе инвалид балалар йәлеп ителгән. Тәүге йылдарҙа 30 бала дистанцион уҡыған булһа, хәҙер уларҙың һаны 92-гә еткән. Иң мөһиме: инвалид балалар түләүһеҙ уҡытыла һәм уларға бушлай интернет үткәрелә. Уларҙы 40 уҡытыусы өйҙәренә барып та, ситтән тороп та уҡыта. Ә 70 уҡытыусы килешеү буйынса башҡа район, ҡалаларҙа эшләй. Балалар менән психолог, логопед, дефектологтар даими аралаша, улар үҙәккә килтерелгән балаларға төркөм дәрестәре лә үткәрә.
Электр күтәргестәре булған махсус автобустар менән балалар музейға, паркка, китапханаға, кибеткә, аңды үҫтереү үҙәктәренә бара. Уларҙың һәр шөғөлөнә айырым бер маҡсат ҡуйыла. Мәҫәлән, кибеттә 100 һумға күпме әйбер һатып алыу мөмкинлеге асыҡлана. Бындай алымдарҙың барыһы ла мөһим, сөнки һәр бала үҙен уратып алған тирә-яҡ мөхиткә күнегергә, кешеләр араһында йәшәргә өйрәнергә тейеш. Һуңғы 5 йылда инвалид балалар 1-се кластан алып уҡый башлаған. Үҙәктә уҡыған сығарылыш класс уҡыусылары араһында урта мәктәпте миҙалға тамамлаусылар, юғары белем алыусылар ҙа бар. Улар Башҡорт дәүләт университетында, Мәскәү, Ҡазан, Волгоград, Ырымбур ҡалаларының юғары уҡыу йорттарында белем алыуҙарын дауам итә.
Бындай үҙәктең булыуы балаһы яҙмышы өсөн борсолған ата-әсәләр өсөн ярты бәхеттер, тим. Сөнки дистанцион белем биреү баланың киләсәгенә өмөт бирә, уға тормошҡа яраҡлашырға булышлыҡ итә.
Ошо йылдың октябренән үҙәк – филиал булып түгел, ә үҙаллы йәшәй башланы. Ә был иһә тағы ла бина, ремонт һәм башҡалар өсөн сығымдар талап ителә тигән һүҙ. Инвалид балалар уҡыған үҙәккә ярҙам итергә теләүсер булыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.