Фильмдың исеменән үк аңлашы-лып тора: ваҡиғалар мәктәп менән бәйле, әммә кино башланғанға тик-лем мәктәптә килеп тыуған конфликт ауылдар яҙмышы, замана ғаиләһе, быуындар бәйләнеше, үлемһеҙ полк кеүек мәсьәләләрҙе күтәрер тип бер кем дә уйламағандыр. Ысынлап та, дәрестән тыш сара мәктәптән 300 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан ауыл менән бәйле булып сыҡты. Сюжетта ниндәйҙер авантюра ла юҡ, геройҙар барыһын да уйлап эш итә.
Мәктәп сайтында ветерандарҙы ҡотлау урынына Данистың класташ ҡыҙы Заринаға мөхәббәте тураһында яҙыуынан башлана барыһы ла. Ваҡиғалар сылбыры Данисты уйҙарға һала, икенсе юлы ул дәрес ваҡытында класташ егетен һуғып осора. Был ҡылығынан һуң да Данистың ата-әсәһен директорға саҡырталар, егеткә өйҙә ҡаты шелтә яһала, уны хатта бикләп ҡалдыралар. Төп герой бикләнеп оҙаҡ ултырмай, Данис дуҫы Вадим Базин менән олатаһы янына, күптән түгел генә электры өҙөлгән, бөтөрөлөүгә табан барған ауылға сығып китә. Ҡала ҡунаҡтарын ҡарт күңелһеҙ ҡаршы ала, әммә Еңеү көнө иртәһендә ул да ыңғай яҡҡа үҙгәрә, балалар менән һатыуҙан алып ҡалған һуңғы умартаһын һүтеп, үлемһеҙ полк өсөн портреттар әҙерләйҙәр. Был мәлдә ҡаланан ҡасҡалаҡтарҙы эҙләп килеп төшәләр... Бәләкәй генә ауылда «үлемһеҙ полк» ҡуҙғалырға торған мәлдә килеп төшкәндәр тәүҙә шаҡ ҡаталар, һуңынан үҙҙәре лә был сараға ҡушылып китә.
Киноны ҡарауы ғына еңел, тиҙәр. Ҡарауы еңел дә ул, әммә күңелдә тулған хистәрҙе һәр кем дә еңә алмай, кино аҙағында күптәрҙең күҙҙәре йәштәргә тулышҡайны.
Ә фильмды төшөрөүе, унда төшөүе еңел микән? Базин Вадим ролен башҡарыусы Рушан Хажиәхмәтов, мәҫәлән, кино барышында тәҙрәнән һикергән мәлдә ни уйларға һуң? Иң тәүге һорау, әлбиттә, нисәнсе ҡаттан?
– Кинола төшкән мәлдә мин 3-сө гимназияла 9-сы класта уҡый инем, әле Ишембай нефть колледжында белем алам. Төп геройҙың дуҫы булып уйнауы ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә, әлбиттә. Ә икенсе яҡтан кинола төшөүе күңелле булды. Ҡайһы бер саҡта бер кадрҙы күп тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Мәҫәлән, фильм башында тәҙрәнән һикереп төшкән мәлде эс яҡтан ғына 27 тапҡыр ҡабатланым шикелле, урамға килеп төшкәнем дә шул сама булды. Уның ҡарауы, бейек түгел, беренсе ҡат ҡына. Кино төшөргә тағы ла саҡырһалар, ҡуш ҡуллап ризамын, – тине йәш актер.
Тағы ла бер мөһим роль бар, ул – әсә роле. Резеда Әмәкәсова башҡарған роль телефонда йә интернетта ваҡытын үткәргән замана әсәһе көнкүрешен аса.
– Мин башҡарған ролде кире образ тип әйтеп булмай. Шул уҡ ваҡытта уйға һала, бындай тормош алып барған әсә балаларына тейешенсә тәрбиә бирә аламы? Ғөмүмән алғанда, режиссерыбыҙ был фильмда ҡуйылған маҡсатҡа тулыһынса иреште, тип уйлайым, төшөргән мәлдә лә беҙ уның талаптарын беләбеҙ, ваҡыт буйынса ла уңайлы булды, – тине драма театры һәм кино актрисаһы Резеда Салауат ҡыҙы.
Стәрлетамаҡты кино үҙә-генә әйләндереп барған Руслан Юлтаев фильмдан тыш булған кисерештәрҙе үҙе генә беләлер, шулай ҙа төшөрөү барышы тураһында сәхнәгә сығып кино ҡараусылар менән бүлеште:
– Фильмда 200 тирәһе кеше ҡатнашты, беҙ уны былтыр майҙан алып сентябргә тиклем төшөрҙөк. Әлбиттә, беҙҙең ижади талаптарҙы үтәгән һәр кемгә рәхмәтемде әйтке килә, сөнки беҙ бергә кино яһаныҡ. Әлеге фильм тулыһынса күрһәтелде, уны бындай форматта башҡа бер ҡайҙа ла ҡарап булмаясаҡ.
Эйе, Руслан Юлтаевтың кино-ларының сығып тороуына өйрәнеп барабыҙ, иң мөһиме, тамашасылар ҙа бындай фильмдарҙы көтөп ала. Киноны Өфөлә “Родина” кинотеатрында ла күрһәттеләр. Рәхмәт һиңә, режиссер! Ижад емештәреңде тәүгеләрҙән бу-лып ҡала халҡына тәҡдим итеүеңә!