Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

РӘХМӘТ ҺИҢӘ, «УРАЛ»!

Республика буйлап волейбол байрамы йөрөй, Суперлигала сығыш яһаусы «Урал» волейбол командаһы «Volley Is Hard» акцияһы менән Башҡортостанды урап сыҡмаҡсы. Иң тәүҙә улар Стәрлетамаҡҡа килде.

Республиканың төп волейбол командаһы Суперлига миҙгелен 9-сы урында тамамланы, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында сығыш яһаусы команданы күптәр күргәне лә юҡтыр әле. Спортсылар ҙа Стәрлетамаҡ тураһында бик аҙ белә булып сыҡты. Улар осрашыуҙарҙы мәктәп спортзалында үтер тип күҙ алдына килтергән, ә «Стәрлетамаҡ-Арена» спорт һарайына барып туҡтағас, бында бит Суперлига уйындарын ойошторорға була тип һоҡланыуҙарын белдергән.
«Урал» командаһының Стәрлетамаҡҡа тәүге тапҡыр килеүе был, уларҙан ни көтөргә белмәгән көйәрмәндәр спорт залын тултырып та ҡуйғайны, хатта баҫып торорға урын юҡ. Һәр береһенә һәүәҫкәр командаларыбыҙҙы ҡыйратып һалыуҙары көн кеүек асыҡ ине. Әммә волейбол оҫталары уйын башларға ашыҡманы, тәүге уйында уларға ҡаршы сығасаҡ 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡыусылары командаһы менән бергә кү-некмә яһаны, туп менән уйнау оҫталығын да күрһәтте. Бәлки ,тиҫтерҙәре менән уйнағанда был оҫталыҡ дәресе ярҙам итер, әммә был юлы түгел. Уйын башланғас та уҡыусылар мәрәйҙәр буйынса алға сығып киткәйне, оҫталыҡ дәресен дауам иткәндәй, «Урал»дың Италиянан килгән баш тренеры Даниэле Баньоли беҙҙең уҡыусыларға ярҙам итмәксе булды, үҙ уйынсыларын уйындан айырып, һәр хата өсөн отжимание яһарға бойорҙо. Уйын барышында бындай ҡылыҡ мәрәкә булып күренһә лә, был уйынсыларҙың физик әҙерлеге, команда эсендә тренер һүҙенең абруйы тураһында һөйләй ине. Беҙҙең уҡыусылар командаһы күпме генә тырышһа ла «Урал»ды барыбер еңә алманы, иҫәп 15:8. Уның ҡарауы, бындай оҫталыҡ дәресенән егеттәребеҙ ҙур тәжрибә алғандыр.
Тәжрибә тигәс, икенсе уйын ҡаланың ветерандар волейбол командаһы менән үтте, уның составында төрлө предприятие, учреждение һәм ҡала хакимиәте етәкселеге уйнай. Ветерандар бындай уйындарҙа йыш ҡатнаша, бөгөн, күрәһең, тәжрибә еңергә тейештер, сөнки уйын барышында ветерандар командаһының төп тренер ролен Даниэле Баньоли башҡарҙы, үҙе менән бер нисә уйынсыһын да командаға алды. Уйынға ветерандар командаһы өйрәнелгән составта сыҡҡайны, улар тигеҙ уйын күрһәтә алды, һуңынан Даниэле Баньоли, мәлен табып, уйынсыларҙы алмаштырҙы һәм ошондай тактик алым ветерандарға еңеү килтерҙе. Уйынлы-ысынлы булдымы был, әммә «Урал» командаһы, тренерһыҙ уйнап, 16:18 иҫәбе менән еңелде.
Көн аҙағына ҡалабыҙҙың иң көслө волейболсылары, юғары лиганың «А» төркөмөндә сығыш яһаусы «Тархан» командаһы ҡунаҡтарға ҡаршы сыҡты. Өфөнөң фарм-клубы булып торған командабыҙ ҙа уйындың тәүге минуттарында ғына яҡшы уйын күрһәтә алды, һуңынан ҡунаҡтар уйынды үҙҙәренең иҫәбенә еңеүгә илтте, иҫәп 25:20.
«Көн дә ошондай уйындар булһа ине, рәхмәт һиңә, Стәрлетамаҡ!» - тип хушлашты көйәрмәндәр менән «Урал» командаһы. Һеҙгә лә рәхмәт, егеттәр! Суперлига өсөн һәм дә беҙгә килгән өсөн! Һәр команда ла бындай спорт байрамы бүләк итергә баҙнат итмәй.
Читайте нас