Гәүһәр туйҙарын байрам итеүсе Ғәлиә һәм Фәһим Ҡурамшиндар, алтын туйҙарын билдәләүсе Әсмә һәм Минивәрис Бүләкҡоловтар, Флүрә һәм Рәис Ғәлиевтар, Любовь һәм Петр Кисловтар, Вера һәм Юрий Маркеловтар, Жанна менән Ринат Моратовтар, Елизавета һәм Виталий Петровтарҙы никах һарайы концерт сығыштары менән ҡаршы алды. Парҙарға шулай уҡ маҡтау һәм ҡотлау һүҙҙәре менән Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Рөстәм Мөшәрәпов та өндәште.
Һәр парҙың мөхәббәт тарихы үҙенсә, кемдер бер класта уҡыған, икенселәр һөнәр үҙләштергәндә танышҡандар, эш ваҡытында... Ҡурамшиндар ғаиләһе бер-береһен киске уйында осратҡан.
– Ул дуҫ ҡыҙҙарҙың береһенең ағаһы булып сыҡты, миңә генә оҡшағандыр, тип уйлаһам, бер нисә көндән миңә дуҫ ҡыҙ Фәһим ағайығыҙҙан хат килтереп тотторҙо. Шул ваҡыттан алып осрашып йөрөнөк, 60 йыл үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ, – ти Ғәлиә Карам ҡыҙы Ҡурамшина.
Был парҙарҙың оҙаҡ йылдар бергә йәшәүҙәре генә түгел, ә бер-береһенә булған ихтирам һәм иғтибар һоҡландыра. «Тағы биш йылдан осрашырбыҙ әле!» – тип Никах теркәү хеҙмәткәрҙәре менән хушлашты улар.