– Мин һеҙҙең кеүек ябай бер студент, һеҙҙең кеүек эшсе һөнәргә уҡыйым – буласаҡ электромонтер, – тип һүҙен башлап китте, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ химия-технология колледжының 4-се курс студенты Святослав Тимофеев. – Әммә минең кеүек ябай егеткә донъя кимәлендәге ҙур сарала ҡатнашыу бәхете йылмайҙы, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарым быға булышлыҡ итте.
Эйе, ундай мәртәбәле фестивалгә барыу һәр кемгә лә тәтемәй, Святослав еңел атлетика буйынса донъя кимәлендә ярыштарҙа ҡатнашҡан, кемдер фән өлкәһендәге уңыштары нигеҙендә саҡырылған, бәғзеләр һүҙ оҫтаһы, йәш сәйәсмән һ.б... Тик буласаҡ электромонтер тарафынан әйтелгән бер фекерҙе лә иҫтә тоторға кәрәктер:
– Әгәр ҙә киләһе фестивалдә ҡатнашырға теләһәгеҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, күберәк уҡығыҙ, үҙегеҙҙе нимәләлер булһа ла һынап ҡарағыҙ, әүҙемерәк йәшәргә өйрәнегеҙ, яңылыҡтар артынан ҡалышмағыҙ, – тигән теләктәрен еткерҙе Святослав тиҫтерҙәренә. Егет хаҡлы, барыһы ла үҙеңдән тора: Бөтә донъя фестивалендә ҡатнашыу ҙа, донъя чемпионы булыу ҙа.
Әйткәндәй, был студент эшсе һөнәре алып йөрөһә лә киләсәктә спорт өлкәһен яҡтыртыусы журналист булырға хыяллана һәм фестивалдә ошо йәһәттән һабаҡтар алырға, тәжрибә тупларға һәм, әлбиттә, әлеге өлкәлә үҙ эшенең оҫталары менән осрашырға тип барған. Әммә бының менән генә сикләнмәгән егет, роботтар яһаған түңәрәктә ҡатнашҡан, футбол уйнаған. Әйтергә кәрәк, ул ошолар хаҡында һөйләгәндә залда ултырған студенттарҙың күҙҙәрендә осҡон тоҡанғандай булды, хуплаған ауаздар, гөрләтеп ҡул сабыуҙар оҙатып барҙы телмәрҙе.
Святославтан айырмалы рәүештә, 21-се мәктәптә тарих серҙәренә төшөндөрөүсе Маргарита Гриб сараға “Хәҙерге йәштәр китап уҡыймы?” тигән һорауға яуап эҙләп барған. Рәсәй һәм донъя әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшергән мәлдә китап уҡыусыны яңы шарттарҙа ҡыҙыҡһындырыу буйынса бик күп яңылыҡ тейәп ҡайтҡан ул.
– Һеҙҙең “Һуғыш һәм солох” романын тулыһынса уҡығанығыҙ бармы? – тип мөрәжәғәт итте ул йәштәргә һәм, залда ундайҙар табылғас, ҡәнәғәтлек кисерҙе лә үҙе ҡатнашҡан майҙансыҡ менән таныштырыуын дауам итте. – Әгәр ошо сарала һеҙ ҙә булһағыҙ, был романды “һә тигәнсе” үҙләштерер инегеҙ, сөнки унда бирелгән һүрәттәр, аңлатмалар һәм башҡа заманса өйрәнеү романды бер тында уҡып сығырға ярҙам итә.
Атап әйткәндә, Маргарита “тере биттәр” исемле проектта ҡатнашҡан һәм китап уҡыусылар арабыҙҙа юғалмаҫ тигән һығымтаға килгән.
– Түңәрәк өҫтәлдәр, цехтар, тәжрибә бүлмәләре… Күңел асыу, аралашыу ғына түгел, аҡыл тупларға ла ярҙам иткән был фестивалдең көндәлеге иҫ китмәле, – тип белдерҙе сараны алып барыусы, әлеге фестивалдә үҙе лә ҡатнашҡан ҡыҙ – колледждың педагог-ойоштороусыһы Полина Прусова.
Ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән йәштәрҙе тыңлау – бөтөнләй икенсе кинәнес ине. Мәҫәлән, улар медицина өлкәһендәге, белем биреү системаһындағы, мәғлүмәт технологиялары буйынса ҡаҙаныштар, спорт төрҙәре хаҡында һөйләп туя алманы. Шул уҡ ваҡытта фестивалде төрлө билдәле кешеләр ҙә килеп күреп кенә ҡалмаған, дәрестәр биргән, тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан һәм хатта дуҫтарса аралашҡан.
– Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров һымаҡ шәхестәрҙе күреүе, улар менән аралашыуы миңә йәмәғәт эштәрендә тағы ла әүҙемерәк булырға тигән маҡсат ҡуйырға, алдағы үҫешемдең йүнәлештәрен билдәләргә ярҙам итте, – тип һөйләне фестиваль хаҡында, мәҫәлән, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы 4-се курс студенты, бихисап конкурстар еңеүсеһе Сергей Хисмәтуллин. Ул һөйләй, ә күҙҙәр нығыраҡ яна бара. Ысынлап та, ҡала Советының йәштәр советы ағзаһына бындай осрашыуҙар ҡанат ҡуйырына шик юҡ. Ошо йәһәттән дә фестивалдең әһәмиәте көслө, әлбиттә.
…Фестивалдә хатта ҡайһы бер егеттәр һөйгән йәрҙәренә тәҡдим яһаған тиҙәр. Шулай, мөхәббәт тарихтарына, асыштарға, эшлекле осрашыуҙарға бай булған сара. Иң мөһиме: уның “тыныслыҡ, татыулыҡ, социаль ғәҙеллек, тарихи хөрмәт һәм яҡты киләсәк” тигән ораны донъяның төрлө мөйөшөнән йыйылған йәштәрҙе генә түгел, фатихалар биреп оҙатып ҡалған ағай-апайҙарын да ошо төшөнсәләр хаҡында йәнә бер ҡабат уйланырға саҡырмай ҡалмағандыр. Һәр хәлдә, әйтелгәндәрҙең ҡиммәтен Рәсәй йәштәре аңлай – шуныһы ҡиммәт. Йәнле аралашыу, ҡыҙыҡлы сығыштар барған залда ла быны төҫмөрләргә була ине.