Бында 1 мең 600-ҙән ашыу журналист ҡатнашты. Ил башлығының президент вазифаһында иҫәп буйынса был – 13-сө матбуғат конференцияһы. Рәсәй лидеры конференция барышында журналистарҙың һорауҙарына ентекле яуап бирҙе. Һорау биреүселәрҙе иң ныҡ ҡыҙыҡһындырғаны Владимир Путиндың Президент һайлауҙарында ҡатнашыуы тураһында булғандыр. Ул һайлауҙа ҡатнашыуы һәм үҙен үҙе күрһәтеүе тураһында белдерҙе.
Владимир Путин илдең иҡтисади үҫешен баһалап: «Рәсәй иҡтисады үҫә, унда бер күрһәткес тә арттырып яҙылмай. Айырыуса ауыл хужалығы ҡыуандыра, быйыл аграрийҙар 130,5 миллиард тонна иген йыйып алды», – тине. Президент белдереүенсә, башҡа тармаҡтарҙа ла үҫеш бар. Быйыл Рәсәйҙә төп капиталға йәлеп ителгән инвестициялар күләме 4,2 процент тәшкил иткән, шул иҫәптән сит ил инвестициялары 23 миллиард долларға еткән. Нефткә хаҡтар төшөүе һәм санкциялар сәйәсәтен үткәндән һуң, ил иҡтисады тулыһынса аяҡҡа баҫа барыуы тураһында ла әйтеп үтте.
– Бюджет тармағында эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыуға өлгәшелде, балалар баҡсаларына сират та күпселек төбәктәрҙә тулыһынса үтәлде, – тине Владимир Владимирович. – Мәктәпкәсә учреждениелар менән тәьмин итеүгә килгәндә, бөгөнгә ил буйынса 63 мең сабый ғына баҡсаға сират көтә.
– Рәсәй һәр саҡ алға барырға, заман менән бергә атларға, сәйәси система – төплө, ә иҡтисад юғары технологияларҙа төҙөлөргә, хеҙмәт етештереүсәнлеге күп тапҡырға үҫергә тейеш, – тине Владимир Путин.