Шағирә менән осрашыуға 2-се лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусылары килгәйне. Улар тәрбиәселәре Дилә Рәмил ҡыҙы Вәлиева менән бергә сараны музыкаль яҡтан биҙәп кенә ҡалманы, ә әҙибәнең төрлө йылдарҙа яҙған шиғырҙарын тасуири итеп уҡып ишеттерҙе.
Ҡарлуғастай ҡыйғас ҡашлы һин!
Һәр ырыуға ҡояшлы таң ҡойоп,
Ҡунаҡтарға хөрмәт, ашлы һин!” – тигән юлдарҙа ҡунаҡсыл Башҡортостан төҫмөрләнһә,
“Телем, телем, телгенәйем –
Йәшәй һиндә ҡауышып”, – тип илһөйәр, телһөйәр, ерһө-йәр шағирә туған телгә ҡарата үҙенсәлекле мөнәсәбәтен белдерә. Авторҙың төрлө йылдарҙа “Мин – ҡояшҡай”, “Бейеүсе болан”, “Йыһанға хаж”, “Фәрештә ҡанатында” китаптары донъя күрҙе һәм улар барыһы ла Рәшиҙә Шәмсетдинованың киң диапазонлы шағирә булыуын раҫлай. Юҡҡа ғына “Етегән йондоҙ” клубы ағзалары шағирәнең һуңғы китабын Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһына тәҡдим итмәгән!
Сарала шулай уҡ “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова, ҡәләмдәше Римма Ғәлимова, ҡала-быҙҙың ағинәйҙәре ҡатнашты.
Үҙенә күрһәтелгән оло ихтирам һәм иғтибарҙан әҫәрләнеп, әҙибә осрашыуға килгән барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәргә ихлас рәхмәтен еткерҙе. Айырыуса сарала балаларҙың булыуына шатланып, уларға үҙенең бала сағы, нисек итеп шиғриәткә килеүе хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ижадҡа мөкиббән киткән уҡыусыларҙы һайлаған юлдарынан тайпылмаҫҡа саҡырҙы.
йомарланып ҡына ятҡан тыуған ерем.
ҡурай моңо булып һыҙған башҡорт телем.
Бәпләп, сәңгелдәккә һалам.
Ҡосағымда – мөлдө-рәмә яҙлы, наҙлы сазлы далан.
Ҡосағымда имә балам!” – тигән юлдар менән тамамланы Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы үҙенең сығышын. Уның бай эске донъяһынан урғылған нур, йөҙөндә балҡып, бар тирә-яҡты яҡтыртты. “Ижад шишмәң ҡоромаһын, дауамлы булһын!” – тип таралыштыҡ беҙ. Тик шағирәнең шатлығын уртаҡлашырға килмәгән ҡәләмдәштәрен генә аңлап булманы...