Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Рөстәм ХӘМИТОВ: “Башҡортостан бөгөн – Рәсәйҙең ныҡлы төбәге”

Республиканың артабанғы үҫеше өсөн яҡшы нигеҙ булдырылған, һуңғы ваҡытта беҙ илдең тотороҡло төбәктәренең береһе – ошолар хаҡында Башҡортостан Башлығы БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжә-ғәтнамәһендә белдерҙе.

Республиканың яҡын киләсәктәге үҫешен билдәләүсе был документ һәр ваҡыттағыса бөтә өлкәләрҙе лә сағылдырҙы: сәнәғәт һәм иҡтисад, бюджет, социаль өлкә, инфраструктура... Шулай ҙа быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә ғаилә институтына, һаулыҡ һаҡлауға, фән һәм белем биреүгә айырыуса иғтибар бүленгәне ҡыуандырмай ҡалманы. Ҡалай тиһәң дә, социаль өлкә менән республиканың һәр кешеһе бәйле. Әлбиттә, был тәңгәлдән Башҡортостанда үҫеш күҙәтелә, мәҫәлән, Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, беҙҙә ғүмер оҙонлоғо артҡан – 71 йәш. Әммә эшләнәһе эштәр ҙә байтаҡ әле – төбәк етәксеһе иғтибарын нәҡ уларға йүнәлтте. Иң мөһиме: уйланғандар көттөрмәй тормошҡа ашһын. Был Мөрәжәғәтнамә республиканың төрлө кимәлдәге власть органдарына документ булып тора бит.
– Быйыл тәүге балалары тыуған ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан программа булдырылды – йәш ата-әсәләр 300 мең һумышар аҡса алды, республика Хөкүмәтенә был ярҙамға хоҡуҡтары булған ғаиләләрҙең категорияларын ки-ңәйтергә кәрәк, – тиелде, мәҫәлән, мөрәжәғәттә.
Фән өлкәһенә йәш ғалимдарҙы ылыҡтырыу, фондтар булдырыу, медицинаға килгәндә, кешенең сәләмәтлеген тикшереп тороу, сифатһыҙ аҙыҡтар менән көрәшеү, йәштәрҙең әүҙемлеген арттырыу һәм башҡалар. Ғөмүмән, республиканың социаль өлкәләге үҫеше – иғтибар үҙәгендә.
Читайте нас