Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Һәр тамаша – үҙе бер асыш

Ҡәҙерле тамашасылар, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе һеҙҙең өсөн сираттағы тамашаларҙы тәҡдим итә. Күңелегеҙ теләгәнен һайлап йөрөргә барыһы ла бар репертуарҙа.

11 НОЯБРҘӘ, йәғни шәмбе көндө, испан драматургы Ф.Г.Лорка әҫәре буйынса ҡуйылған “Бернарда Альба йорто” драмаһы! Был спектаклдә матур “испан” ҡыҙҙарына ғына түгел, ә матур костюмдарға, ялҡынлы бейеүҙәргә, дәртле йырҙарға ғашиҡ булырһығыҙ. Элек һинд киноларын иҫебеҙ китеп ҡарай инек бит әле, был драма ла үҙенә шулай йәлеп итә.
12 НОЯБРҘӘ Бейеү театры, көндөҙгө сәғәт 12-лә, кескәй тамашасыларҙы һәм ата-әсәләрҙе “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” исемле кон-цертына саҡыра.
16 НОЯБРҘӘ үҙебеҙҙең шәп йырсыбыҙ Ришат Хәмитов “Ришатта ҡунаҡта” тигән үҙенсәлекле тамаша әҙерләй. Әйткәндәй, концертта йырсының улы ла сығыш яһаясаҡ.
17 НОЯБРҘӘ сәхнәлә М.Кә-римдең “Өс таған” повесы! Был данлы спектаклде белмәй ҡалғандар, ҡарараға теләп тә килә алмағандар, рәхим итегеҙ!
Читайте нас