Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Рәйсә Илишева: “ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ БАР”

Иртәгә исеме ҡалабыҙҙа ғына түгел, республика кимәлендә фәнни-педагогик йәмғиәттә киң билдәле уҡытыусы, әҙәбиәтсе-ғалимә, бихисап тәнҡит мәҡәләләр авторы, етәксе, филология фәндәре кандидаты, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы вазифаһын башҡарыусы Рәйсә ИЛИШЕВА үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Абруйлы шәхес менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ уның тормош юлын ғына барлап ҡалмай, ә юғары белем биреү, педагогика, ғөмүмән, мәғариф системаһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте үҫеше, йәмғиәт проблемаларын күтәреп сыға.

Ә ниңә эшләп ҡарамаҫҡа?

– Рәйсә Хәким ҡыҙы, дөйөм эш-мәкәрлегегеҙгә ҡараш ташлаһаҡ, һеҙ һәр ваҡытта яңылыҡтар, яңыса үҫеш эсендә ҡайнайһығыҙ, шул процесты етәкләйһегеҙ, ойоштораһығыҙ.

– Ысынлап та, осраҡлымы-түгелме, хеҙмәт юлымда ҡасандыр Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында башҡорт әҙәбиәте кафедраһы, уның базаһын булдырыу эшендә әүҙем ҡатнаша башлағандан алып бөгөнгәсә ниндәйҙер боролоштар осрап торҙо. Әҙәбиәт кафедраһына килгәндә, уны бөртөкләп булдырырға тура килде. Рита Фәтҡуллина ҡала гимназияһынан эшкә килде, Луиза Кирәева Өфөнән кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап ҡайтты, Айнур Үтәев менән Илнур Дилмөхәмәтовтар студент ҡына ине.

Башҡорт әҙәбиәте кафедраһы быға тиклем уңышлы эшләп килде. Иң мөһиме: хәҙер ҙә эшебеҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы составында дауам итәбеҙ һәм бөгөнгәсә нисәмә студенттың күңелендә башҡорт әҙәбиәтенә ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уяна, күпме йәш шағирға ҡанат үҫә. Студенттарҙың әҙәбиәтте ихлас яратыуына ҡыуанмау мөмкин түгел. Башҡорт әҙәбиәте яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәүсе шундай илаһи күренеш бит ул!

– Һеҙ ошо өлкәне өйрәнгән, студенттарҙы уның серҙәренә төшөндөргән шәхес булараҡ әҙәбиәтебеҙгә саҡ ҡына һуңыраҡ ныҡлабыраҡ туҡталып үтербеҙ. Әлегә ошо илаһи күренештең бер вәкиле, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева музейы хаҡында һүҙ йөрөткө килә. Ул музей ҡунаҡтарҙы, унда дәрес алған студенттарҙы нимәһе менән арбай?

– Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына Зәйнәб Биишева исеме бирелгәс, был институтта әҙибәнең музейы барлыҡҡа килеүе көн талабы ине. Шуға был эшкә ең һыҙғанып, ҡыуанышып тотондоҡ. Музейға материал табыу, стендтарҙы логик яҡтан дөрөҫ ҡороу һәм башҡа бик күп мәшәҡәттәр башҡорт әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары иңенә ятты. Музей тиҙ арала эшләнде, байтаҡ материал йыйылды. Әлбиттә, ваҡыт үткәс нимәнелер күҙ уңынан ысҡындырғаны ла асыҡланды. Мәҫәлән, стендтарҙы яңыртып торорға мөмкинлек булһа ине.

– Зәйнәб Биишева исемендәге уҡыу йорто тарихта ҡалды, ә музей?

– Ә музей эшләп килә, ҡунаҡтар ҡарай, дәрестәр үтә. Шуныһы ғына үкенесле: унда һаман да ғалимдарға ултырып өйрәнерлек бай материал тупланып бөтмәгән. Бындай етешһеҙлек, минеңсә, бер Зәйнәб Биишева музейына ғына ҡағылмай. Европала, мәҫәлән, бер йүнәлеш буйынса бөтә материалдар ҙа бер музейҙа туплана һәм ғалимдар унда кинәнеп, бер урында ҡуна ятып тиерлек материал йыя. Беҙгә лә ошо системаны өйрәнәһе, бәлки, ҡулланып ҡарайһы ине.

Остаздар әйткән һүҙҙәр

– ...Кафедра мөдире тигәс, күп осраҡта фән докторы дәрәжәһендәге кеше күҙ алдына баҫа...

– Мин бит хәҙер кафедра етәкләмәйем (көлә). Әҙәбиәт кафедраһында эшләп йөрөгәндә ул саҡта педакадемия составында ғилми эҙләнеүҙәр үҙәге асылды. Шул үҙәкте етәкләргә тәҡдим иткәс, ғалим, уҡытыусым (бында белем биреү тураһында ғына һүҙ бармай), фән кандидатлығы яҡлағанда етәксем Роберт Баимов: “Рәйсә, һин унда барма, фәнни эҙләнеүҙәр эсендә ҡайнап, фәндән йыраҡ торасаҡһың”, - тип шаяртҡайны. Был шаяртыу, күрәһең, күрәҙәлек булғандыр. Әммә фәнни үҙәккә директор булып барыуыма үкенәм тигән һүҙ түгел был – үҙемде һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡтарға ынтылыусы булараҡ беләм. “Ә ниңә эшләп ҡарамаҫҡа?” тигән девиз аҫтында йәшәйем.

Үҙәктең тәү маҡсаты Башҡортостандың көньяҡ төбәгендәге мәктәптәр менән бәйләнеш булдырыу ине. Беҙҙә уҡытыусылар кинәнеп белемен камиллаштыра башланы, институт педагогтары уларҙы уҡытып ҡына ҡалманы, ә яңылыҡтары менән бүлеште, тәжрибәләрен уртаҡлашты, үҙҙәренең фәнни эшмәкәрлеген ғәмәлдә һынаны... Ошо эштәр эсендә ҡайнап, әлбиттә, докторлыҡ диссертацияһы иғтибарҙан ситтәрәк ҡалды. Ләкин башҡорт әҙәбиәте үҫеше ғилемендә әйтер һүҙем бар. Ул докторлыҡ диссертацияһы сүрәтендә булмауы ла ихтимал, әммә ғилми эш менән шөғөлләнеүсе ҡасандыр барыбер ҙә үҙенең төп һүҙен әйтерлек кимәлгә етә. Был, минеңсә, фән өлкәһенә йәки әҙәбиәткә генә ҡағылмай, әҙәм балаһы барыбер ҡасан да булһа төп ғәмәлен атҡарырлыҡ булып “бешә”. Кешенең әйтер һүҙе булырға тейеш – был тормош ҡануны, тормош талабы!

– Бынан биш йыл элек БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ҡушылып, бер структураға әйләнде. Һеҙҙе шул йәнә һыналыш осоронда, яңылыҡтарға күмелгәндә йәнә төп ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнарға, белем усағы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Быға тиклем туплаған тәжрибә ярҙамға килмәй ҡалмағандыр?

– Яңы вазифала ситтән тороп уҡыу бүлеге, ситтән тороп (дистанцион) белем алыу системаһы һәм ҡулына диплом алғас кисәге студенттарҙы эшкә урынлаштырыу, профориентация мәсьәләләре менән шөғөлләнергә тура килде. Кисәге студенттарҙың бөгөнгө мәшғүллеге тураһында айырым һүҙ әйтеп китеү урынлылыр. Билдәле, ауылдан килгән йәштәр ҡалала ҡалырға тырыша, Стәрлетамаҡта тыуып-үҫкәндәр Өфөгә ашҡына, Мәскәүгә юл тота. Бының сәбәптәре лә, әлбиттә, етерлек: яҡшыраҡ йәшәү, реалләшеү шарттары эҙләү, хеҙмәт хаҡы. Шул уҡ ваҡытта барыһы ла үҙ һөнәре буйынса эшләргә ашҡынып тормай. Быларҙы мәғариф системаһында, хеҙмәт баҙарында ентекле өйрәнәһе мәсьәләләр бар икәнлеген билдәләр өсөн генә әйтәм.

– Йәш белгестең эшкә урынлашыу проблемалары хаҡында йәмғиәттә йыш ҡына һүҙ ҡуҙғатыла, ә бына дистанцион белем алыу тураһында күптәр белмәйҙер әле...

– Мәғлүмәт технологиялары уҡыу процесын еңелләштерергә, ҡулайлаш-тырырға тейеш. Ситтән тороп уҡыуҙы күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Уҡытыу сифатын күтәреү мәсьәләләрен хәл итеү, уҡыу әсбаптарын, уҡыу буйынса кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм үҙләштереүҙә дистанцион белем биреү технологиялары ярҙамға килә лә инде. Махсус шарттар нигеҙендә студент уҡытыусы менән виртуаль донъяла аралаша, лекция тыңлай, һабаҡ ала, остазы биргән мәсьәләләрҙе сисә. Был уҡыу процесынан артта ҡалмаҫҡа булышлыҡ итә, атап әйткәндә.

– Ә студенттың уҡыу йортона бөтөнләй килеп тормай, ошо ысул менән белем алыуы мөмкинме?

– Был тәжрибә күптән донъя кимәлендә ҡулланыла. Бер тапҡыр ҙа сик аша сыҡмаған кешеләр сит ил университеттарын тамамлай ала. Беҙҙә иһә был система әлегә киң таралмаған, беҙҙең менталитет та башҡаса, инглиз телен белеү ҙә кәрәк. Уҡытыусы менән уҡыусы бер тапҡыр ҙа күҙгә-күҙ ҡарашмай тороп, белем алыуҙы күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Беҙҙең өсөн социалләшеү ҙә мөһим күренеш булып ҡала.

– Әле һеҙ етәкләгән башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының хәҙер атамаһы ла, бурысы ла башҡасараҡ. Был яңылыҡ, был кү-ренеш сикләнеүме әллә, киреһенсә, яңы мөмкинлектәр асыумы?

– Билдәле ғалим Зиннур Ураҡсиндың ҡасандыр әйткән һүҙе хәтерҙә һаҡланып ҡалған. Факультетты асҡан мәлдәрҙә ул: “Башҡорт филологияһы түгел, ә көнсығыш телдәре факультеты асығыҙ”, – тип кәңәш биргәйне. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, башҡа илдәр менән бергә эшләү, ғәрәп, фарсы, ҡытай телдәрен белгән кадрҙар үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡайны ул. Ә нисек хаҡ булған бит мәрхүм! Тик ул саҡта ҡиммәттәр башҡасараҡ, йүнәлеш бүтәнсәрәк ине. Шул саҡ ғалимдың кәңәшенә ҡолаҡ һалып әйткән телдәрҙе өйрәнгәндә, кадрҙар үҫтергәндә нисек отор инек, ниндәй кимәлдә алда барыр инек тә бит.

Бер яҡтан глобаллашеү һымаҡ күренһә лә, икенсе яҡтан бәйләнештәр булдырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, шул нигеҙҙә үҫешеү – заман талабы. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнап ҡына әллә ни йыраҡ китеп булмай.

Ваҡыт тарыраҡтыр, бәлки, шулай ҙа Зиннур Ғәзиз улының инде аманатын бер ни тиклем кимәлдә атҡарып сығырға мөмкинлек тыуҙы. Бының өсөн факультет нигеҙендә булдырылған база көслө. БашДУ-ның филиалдары араһында беҙҙә генә аспирантура эшләп килә. Шул аспирантурала башҡорт теле ғилеме буйынса йүнәлеш булыуына ҡыуанмау мөмкин түгел. Зөһрә Сәләхова етәкселегендә күптәр фән кандидаты диссертацияһын яҡлай. Рәмзәнә Абу-талипова, Гөлнара Басирова, Айнур Үтәев, Ләйлә Хөсәйенова, Фәүриә Аҡҡужина һымаҡ уҡытыусылар башҡорт теле, әҙәбиәтен уҡытыуҙа ҙур көс һалалар. Ошо башҡарылған эштәрҙе үҫтереү, киңерәк даирәлә атҡарыу мөмкинлектәрен эҙләйбеҙ.

Яҙыусы ғына түгел,

тәнҡитсе лә кәрәк

– Тел буйынса үҫеш тураһында әйтеп үттегеҙ. Ә бына әҙәбиәт ғилеме үҫеше, һеҙҙеңсә, нисек бара? Ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтен күҙ уңында тотам.

– Ошо көндәрҙә Салауат Әбүзәровтың “Ғәмәл дәфтәре” тигән китабын уҡып сыҡтым. Бик ҡыҙыҡ фекерҙәр яҙылған. Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбайҙың әҫәрҙәре һоҡландыра. Ринат Камал, Әмир Әминевтың яңылыҡтарға, яңы алымдарға бай ижадын күҙәтеп барам. Ғөмүмән, әҙәбиәтебеҙ бер урында ғына тапана тип әйтеп булмай. Уның ҡарауы, үкенескә ҡаршы, был эҙләнеүҙәр, артыҡ мауығып кителеп, ниндәйҙер айырым төркөм уҡыусылар өсөн тәғәйен генә әҫәрҙәр тыуҙырған һымаҡ. Яңылыҡ тигәс тә, минеңсә, ул ҡатмарлыҡты аңлатмай. Һәммәһенә яҡын, ябай ғына аңлайышлы булһын улар. Шул уҡ ваҡытта мөхәббәт романдары, детектив, инде килеп балалар өсөн әҫәрҙәр етешмәгән һымаҡ. Ғөмүмән, уҡыусының зауығын да уйлау фарыз. Тәнҡитсегә лә ҡытлыҡ ҙур. Беҙ, вуз уҡытыусылары, фән менән шөғөлләнеү йәһәтенән әҫәрҙәргә, әлбиттә, тәнҡит мәҡәләләре яҙырға бурыслыбыҙ. Тик былар ғына аҙ шул, фән, көндәлек тәнҡит менән махсус шөғөлләнгән авторҙарҙың күберәк булыуы кәрәк.

Нисек кенә булмаһын, беҙҙең әҙәби-әтебеҙ матур. Нәфис, ипле, тормоштоң төп ҡиммәттәренән ситкә тайпылмай.

– Ә үҙегеҙ был әҙәбиәткә ҡасан ғашиҡ булдығыҙ?

– Әле бишенсе класта уҡығанда уҡ киләсәктә уҡытыусы булырымды белә инем инде. Шиғырҙар яҙҙым, гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек иттем. БашДУ-ны тамамлағанда баҫмаға үҙемдең шиғырҙар йыйынтығымды ла әҙерләп бөткәйнем инде. Үкенескә ҡаршы, ул ҡулъяҙма кимәлендә генә ҡалды. Тормош иптәшем һөнәре буйынса агроном-уҡытыусы булһа ла, ул да шиғри күңелле кеше, фекерҙәшем, рухташым, ҡыҙым менән улым да әҙәбиәткә битараф түгел... Ғөмүмән, бөтә ғүмерем буйы башҡорт әҙәбиәтенә ғашиҡмын һәм был һөйөү тәрәнәйә генә бара.

– ...Әҙәбиәт. Уҡытыусы. Кадрҙар әҙерләүсе. Ғаиләләге тәрбиә хаҡында һүҙ ҡуҙғаттығыҙ. Бындай темалар үҙенән үҙе артабанғы һорауға юл яра. Бөгөн, билдәле булыуынса, башҡорт телен уҡытыу буйынса ҡыҙыу бәхәс-тәр, төрлө ҡараштар һәм боролоштар барлыҡҡа килде. Әңгәмәне ошо мәсьәләгә ҡарата һеҙҙең фекерегеҙ менән тамамлау ғәҙел булыр, минеңсә.

– Был һорауға төрлө яҡлап яуап бирергә булыр ине. Билдәле шиғырҙа әйтелгәнсә:

“Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан,

Балаларың башҡорт булмағас?”

Шунан да күп нәмә аңлашылыр, моғайын.

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас