«Радик Зорро һымаҡ кейенергә яратты. Беҙ Яңы йыл костюмын бергәләп тегә, эшләпә, күҙлек һайлай торғайныҡ. Ул миңә образдың ниндәй булырға тейешлеген үҙе әйтә ине», – тип һөйләй йырсының әсәһе.
Нәфисә Юлъяҡшина буласаҡ килен Радикты һәм музыканы аңлай белергә тейеш, тип иҫәпләй.
«Ҡыҙ аңлау менән ҡараһын ине, сөнки уның эше даими гастролдәр менән бәйле, ул өйҙә аҙ була. Һуңға тиклем үҙенең студияһында ултыра, музыка яҙа», – ти Нәфисә Юлъяҡшина.
Иртәнге каналдың тура эфирында ул Радиктың яратҡан салатын яһаны һәм йырсының бала саҡтағы фотоларын күрһәтте. Фотоларҙың береһендә Радик Яңы йыл костюмында төшкән, икенсеһендә ҡурайҙа уйнай.
Нәфисә Юлъяҡшина әй-теүенсә, бала саҡта улы илаҡ һәм шуҡ булған. Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо каникулдарын республиканың Ғафури районындағы Юлыҡ ауылында уҙғарған.
«Уның шул тиклем популярлыҡ яулауының сере ниҙә икәнлеген үҙем дә белмәйем, был - минең өсөн көтөлмәгән хәл», - ти билдәле йырсының әсәһе.
Беренсе ҡатлам – бешкән тауыҡ итен шаҡмаҡлап турап һалырға;
икенсе ҡатлам – йоҡа ғына итеп майонез буярға;
өсөнсө ҡатлам – бешкән кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп түшәп сығырға;
дүртенсе ҡатлам – йоҡа ғына итеп майонез буярға;
бишенсе ҡатлам – бешкән картуфты ваҡ ҡырғыстан үткәреп һалырға;
алтынсы ҡатлам – йоҡа ғына итеп майонез буярға;
етенсе ҡатлам – йомортҡаның ағы менән сырҙы ҡырғыс аша үткәреп түшәп сығырға.
Өҫтөн йәшләүек йәки зәйтүн менән биҙәргә мөмкин.