Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Рух бар икән – милләт йәшәр!

Ҡалабыҙҙың Көньяҡ биҫтәһе мәктәптәре араһында “Шәжәрә байрамы” гөрләп үтте.

Быйыл был матур йоланы Көньяҡ биҫтәһенең социаль-профилакик үҙәге менән берлектә 5-се мәктәптең (директор урынбаҫары Л.Р.Әҡбәрова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.Н. Ғилманова) 6-8-се класс уҡыусылары әҙерләне.
Биҫтәнең социаль-профилактик үҙәге инспекторы Рәшиҙә Шаһинур ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова байрамға килеүселәрҙе ҡотлап, тамырҙарын барлаған, тарихын онотмаған балаларға һоҡланыуын белдерҙе. Сараны алып барыусылар рус һәм башҡорт телдәрендә сәхнә яңғыратып һөйләне, сағыу концерт номерҙары иһә байрамға йәм өҫтәп торҙо.
Уҡыусылар үҙ ғаиләләренең шәжәрәһе менән таныштырҙы. 21-се мәктәптән Аҡсулпановтар үҙҙәренең сығышын полковник чинлы дворян Аралбай Аҡсулпанов нәҫеленән булыуы тура-һында ғорурланып һөйләһә, 5-се мәктәптән Дәүләтгәрәевтар ете быуынға тиклем булған ата-бабаларының исемдәрен һанап сыҡты. Улар һуғыш яланында ил өсөн ҡан ҡойған, йыр-моңға ғашиҡ, йор күңелле ҡартаталарының исемен дә телгә алды. 20-се мәктәптән Бүләкҡоловтар нәҫеле бишенсе быуынға тиклем ата-бабаларының тормошон һөйләп бирҙе. 18-се мәктәптән Ғәбитовтар нәҫеле иһә үҙҙәренең шәжәрәһен, Сыңғыҙхан заманына, Туҡһаба бей улы, Үҫәргән ырыуының Мөйтән исемле башҡорт халыҡ батырына барып тоташыуы тураһында бәйән итте.
Һәр ғаилә шулай уҡ төрлө эшкә оҫталыҡтарын һәм һәләттәрен һынаны, аш-һыуға маһирлыҡтарын күрһәтте.
Байрамда еңеүсе лә, еңелеүсе лә булманы. Сөнки унда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүгә лайыҡ ине. Баһалама ағзалары һәр ғаиләгә төрлө номинацияла урындар бирҙе, сәскәләр гөлләмәһе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Аҡсулпановтар һәм Дәүләтгәрәевтар ғаи-ләләренә ҡала кимәлендә үтәсәк “Шәжәрә байрамы” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим ителде.
Көньяҡ биҫтә мәктәптәре араһында халыҡтың ошо юҫыҡта әүҙемләшеп, Шәжәрә байрамдары үткәреүе ҡыуаныслы. Тимәк, милләтебеҙ үҙ тамырҙарын белеүе менән көслө, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолалар йәшәй, быуындар күсәгилешлеге дауам итә, халҡыбыҙ үҙ тарихын онотмай, рухи үҫеш юлында йәшәй.
Читайте нас