Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“ӨС ХАТ” Рәсәй киңлектәрен иңләй!

23 апрелдән 20 майға тиклем Бөйөк Еңеү көнөнөң 73 йыллығына илдең 100-ҙән ашыу ҡала һәм ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышы тарихына арналған Бөтә Рәсәй фильмдары күрһәтелә башлай.

Уның программаһына Стәрлетамаҡ-та йәшәп ижад итеүсе талантлы режис-сер Руслан Юлтаевтың «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Өс хат» фильмы ла (сценарий авторы Дамир Йосопов, операторы Рафаил Сарваев) ингән. Фильм 2017 йылда Санкт-Петербургта үткән «Киноға тәнәфес» кинофестивалендә Гран-при яулағайны.
Сараның маҡсаты — Рәсәй йәштәренә һуғыш фажиғәһе хаҡында һәм улар бөгөн тик экран аша ғына күҙәткән шул ҡурҡыныс ваҡиғаларҙы үтеп сыҡҡан кешеләр тураһында хәтергә төшөрөү. Ул, граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Рәсәй Федерацияһы Прези-денты грантын файҙаланып, «Һуғышҡа тәнәфес» йәштәр проекты сиктәрендә ойошторола. Тәҡдим ителгән бөтә картиналар — «Киноға тәнәфес» Бөйөк Ватан һуғышы тураһында киноларҙың ҡыҫҡа метражлы кино фестивале лауреаттары.
“Өс хат” фильмында ваҡиғалар 1941-1942 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Ҡыш совет-герман фронтында ҡаты һуғыштар барғанда һәм донъяның киләсәк яҙмышы хәл ителгәндә, төпкөлдәге бәләкәй генә башҡорт ауылында әле был донъяға тыуып та өлгөрмәгән кешенең яҙмышы хәл ите-лә. Хазина алты ай һөйөклө иренән хат алмай. Ә көндәрҙең береһендә уға бер түгел өс хат килә...
Фильмда төп ролдәрҙе Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актри-салары Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рә-химова, Вәкилә Ҡалмантаева башҡара.
Әйткәндәй, “Өс хат” фильмы егер-менән ашыу халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй кинофестивалдәрендә ҡатнашты һәм юғары наградаларға лайыҡ булды.
Читайте нас