Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

“Өс таған”дың яңы асылы

28 сентябрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры үҙенең XXVII театр миҙгелен Мостай Кәримдең “Өс таған” повесы буйынса әҙерләнгән драмаһы менән асты.Ысын мәғәнәһендә бөйөк әҫәрҙәр ваҡыт арауығына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең әһәмиәтен юғалтмай, киреһенсә, яңы яңғыраш ала һәм баһалары ғына арта төшә. Һәр быуын вәкиле, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, уны үҙе йәшәгән осор әҫәре итеп ҡабул итһә, унда үҙҙәренең тормошоноң ниндәйҙер осороноң һүрәтләнешен күрә алһа ғына, әҫәр ғүмерле, киләсәкле була ала.

Мостай Кәримдең “Өс таған” повесын Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары сәхнәләштереүендә күреп, мин бөйөк әҙиптең шундай донъяуи әҫәр ижад итә алыуына һоҡланыуымдың сиге булманы. Эйе, бигерәк тә Экология йылында был әҫәрҙең сәхнәләштерелеүе ҙур әһәмиәткә эйә һәм уның йөкмәткеһенә тәрән мәғәнә һала.

Күп йылдар буйы мин “Өс таған” повесының образдары тураһында бер яҡлы ғына фекерҙә булғанмын икән дә. Актер Рәсил Сынбулатов-Айҙар үҙ фекерен башҡаларға көсләп таҡмаусы, тәүҙә башҡаларҙы тыңлағандан һуң ғына үҙ ҡарашын белдерә һәм нәҡ унда башлыҡҡа хас булған һыҙаттар күренә. Марат Зөбәйеров – Вәзир ҙә бур, алдаҡсы түгел, ә хужалыҡсан, төплө уйлап эш итеүсән, үҙ мәнфәғәтенә зыян килтереп булһа ла, башҡалар тураһында ла хәстәрлек күрергә тырышыусан көслө шәхес булып күҙ алдына баҫа. Илфир Баймырҙин – Ғабдулла минең өсөн башлыҡ итеп күҙ алдына баҫа ине, ә ул башҡаларҙың аҡыллы фекерен үҙләштереп кенә үҙен алдынғы итеп күрһәтергә яратҡан бер маҡтансыҡ булған икән башта. Өлгө Яҡуп атамаһы алып, әсәһенең һүҙенән сыға алмай йәшәгән Револь Ғималов – Радик Ғәлиуллин –Яҡупта ла үҙенә үҙе ышанған, көслө кеше сифаттары дуҫтарының уның алдына ҡуйған талаптары ярҙамында асыла.

Кескәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҙур эштәргә һәм ҡылыҡтарға йөръәт иткән малайҙар, ниндәй бөйөк эш атҡарыуҙары тураһында уйламайҙар. Әммә арттарынан оло быуын вәкилдәрен дә эйәртерлек көс табалар. Кескәй генә малайлыҡ шуҡлыҡтары, донъяға ҡараштары, ҙур булырға, үҙаллылыҡ алырға тырышыу уларҙың үҙҙәрен генә түгел, уларҙы әйләндереп алған бүтәндәрҙе лә үҙгәрергә мәжбүр итә. Алыҫ тау башындағы күлгә балыҡ ташып үрсетеү, әҫәрҙә һүрәтләнгән осор өсөн мөмкин булған эш түгел. Тик бында малайҙарҙың ҙур маҡсаты, теләге тамашасыла ла, китап уҡыусыла ла “бәлки, мөмкин булыр, ниңә тырышып ҡарамаҫҡа...”, тигән өмөт һәм ышаныс уята. Йәш һәм талантлы режиссер Антон Федоров та образдарҙың ҡылығын тамашасыға асығыраҡ еткерер өсөн бик үҙенсәлекле һәм уңышлы юл һайлаған: геройҙарҙы өлкән һәм кесе быуын бергә уйнай. Тамашасылар уларҙың икеһенең дә бер бөтөн икәнлегенә ышана. Бәләкәй артистар геройҙарҙың тышҡы һынланышы булһа, ҙурҙары – уларҙың өлкәндәргә хас оло йөрәкле, маҡсатлы, ныҡышмал аң һәм аҡыл һүрәтләнеше, кисереше. Яҡуптың әсәһен бер юлы ике ҡатын итеп күрһәтеү аша, ҡайһы бер әсәләрҙең үҙ балаларын үҙаллылыҡтан ҡурсалап, йәлләп, бер нисек тә кендек бауын өҙә алмай, үҙенә тағып, балаһын тышҡы донъя менән бәйләнештән, тиҫтерҙәре менән аралашыуҙан мәхрүм итеүе оҫта һүрәтләнә.

Был әҫәрҙә һәр бер образ ниндәйҙер үҫеш, үҙгәреш кисерә: Яҡуп үҙаллылыҡ-ҡа аяҡ баҫа, Айҙар башлыҡҡа ҡаршы сығырға үҙендә көс таба, Вәзир еңел юл менән йәшәү принциптарынан баш тарта, Ғабдулла ла үҙенең генә шәплегенә инаныуын ташлай.

Ябай көтөүсе генә булыуына ҡарамаҫтан, йөрәгендә Бөйөк психолог һәм педагог рухлы Шәрифулла образын һынландырған Илһам Рәхимов бөтә тамашасыларҙың күңеленә лә хуш килгәндер. Ләйсән Кәримова – Вәзирҙең әсәһенең дә көслө характерлы булыуын күреп, улының холҡоноң кемдән икәнлеген күҙалларға мөмкин. Ниса Бакирова – Ғабдулланың өләсәһе киң күңелле, оло йөрәкле, ейәнен ысын күңелдән яратҡан әсәй образын бөтә тулылығында аса алды.

Спектаклдә, ябай ғына күренеүенә ҡарамаҫтан, тәрән йөкмәткегә эйә булған деталдәр бик күп. Шаршау асылыу менән, өләсәйҙең күктәге болотто иләп ултыры-уы уҡ спектаклдең тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә булыуына ишара һала. Бер ҡарағанда – яр сите, икенсе яҡтан - бер бөтөн фекерҙәр төйөнләнешен сағылдырған сәхнә түре – аҡыл, тәжрибә үҙәге булған Ер-әсәнең бер киҫәге. Ул, кешелекте үҙенә тартып, ҡосағына һыйындырып, уларҙы тормошта йәшәргә өйрәтә. Бер төркөм ҡыҙҙарҙың һыу аҫты донъяһын һүрәтләүҙәре - Яҡуптың үҙаллы тормош диңгеҙендә елкән киреп ышаныслы йөҙә алыуына ишара. Яҡуптың әсәләренең ҡулдарынан ысҡындырмай тотоп йөрөгән кендек бауҙарын, врачтың, уларҙан тартып алып, малайҙың үҙенә тапшырыуы ла һәр кемдең үҙ яҙмышына үҙе хужа булырға тейешлеген аңлата. Үгеҙ образының да үҙенсәлекле бирелеше тамашасы күңелендә тетрәндергес кисерештәр уятҡандыр.

Спектаклдәге төп деталдәрҙең береһе – тағанға ҡуйылған ҡаҙан-дөңгөр. Һәр бер персонаж үҙе өсөн мөһим булған ҡарар ҡабул иткәндән һуң, шул дөңгөргә барып һуғып, үҙенең был ҡарарының ныҡлығын һәм үҙгәрмәйәсәген раҫлай. Сәхнә түрендә ике күл рәүешендә һүрәтләнгән ике йомро көҙгө, бер яҡтан, кешеләрҙең үҙҙәренең ҡылыҡтарының сағылышын күрһәтһә, икенсе яҡтан, ярҙам һорап кешелеккә төбәлгән Мәңгелек тәбиғәттең быуаттар аша килеп еткән үткер ҡарашын һынландыра. Ул кешелеккә нимә вәғәҙә итә, ни тураһында иҫкәртә - быныһын инде тамашасыға үҙенә уйларға, фекер йөрөтөргә ҡала.

Һуңғы осорҙа ошондай, яңыса ҡоролған, үҙенсәлекле әҫәрҙәр тәҡдим итеп, театр заман менән бергә атлауын, яңы һулыш менән ижад итеүен күрһәтә. Һәр бер спектаклдәре менән Стәрлетамаҡ театры республикабыҙҙың мәҙәни тормошона яңылыҡ алып килә. Уҡыусы балаларҙы профессиональ артистар менән йәнәшә ҡуйып, шундай тәрән мәғәнәле әҫәрҙе яңыса асыуҙа уларҙы ҙур сәхнәгә сығарырға батырсылыҡ итеү театр коллективына үҙе үк ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Ә был ышанысты 21-се мәктәптең 5-се һәм 3-сө класс уҡыусылары Нагаев Арыҫлан менән Нагаева Аэлина, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның 7-се, 4-се, 3-сө класс уҡыусылары Ғималов Илһам, Тимерғәлиев Илдар һәм Дәүләтбаев Ислам тулыһынса аҡланы.

Был әҫәр ҙә тамашасы зауығына тура килерлек оҙон ғүмерле, уңышлы әҫәр булыр, тип ышанам.
Читайте нас