Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Әсәйҙәрҙе яңғыҙ ҡалдырмайыҡ!

Һәр кешенең дә үҙ әсәһе бар, яратҡан да, яралтҡан да ул беҙҙе. Ғүмере эсендә әсәй тип нисә тапҡыр өндәшә икән бала, һанап та бөтөрлөк түгелдер. Әсәләре күптән гүр эйәһе булһа ла һаман йә йомшаҡ ҡулдарын, бешергән хуш еҫле икмәктәрен, ҡырҡҡан туҡмастарын, йә ҡайнатҡан ҡороттарын һағынып бер була әҙәм балаһы. Ә ситтә, һуғыш яландарында батырҙарса һәләк булып ятып ҡалғандар ҡәберҙәренә Ер-Әсәнең бер ус тупрағын ғына булһа ла һибеүҙәрен көтөп ята.

Эйе, һәр кемгә лә кәрәк әсәй, ә әсәйҙәргә «әсәкәйем» тип өндәшеү. Стәрлетамаҡ ҡалаһының ветерандар йортонда бик күп өлкән кешеләр йәшәй, улар араһында ла әсәләр бар, әммә улар күптән инде үҙҙәренә “әсәй” тип өндәшкәндәрен ишеткәндәре юҡ. Тик әсәйҙәргә арналған байрам уларҙы ла урап үтмәне, балалар баҡсаһы һәм музыка мәктәптәрендә шөғөлләнеүсе кескәйҙәр уларға концерт алып килде. Өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы стационар социаль хеҙ-мәтләндереү бүлеге мөдире Марсель Ғәдиев менән ”Ветеран” халыҡты со-циаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Фәриҙә Дауытова билдәләүенсә, бындай саралар йыш үтә. Өлкән кешеләргә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә ярҙам итә улар.
Ысынлап та, 11-се балалар баҡсаһы сабыйҙарының йыр-бейеүҙәре, 1-се музыка мәктәбенән килгән егеттәрҙең гармундарынан ағылған моң бала саҡҡа алып ҡайтты. Ә «Барвинок» украин-рус хорының төрлө телдәрҙә яңғыраған халыҡ йырҙары оло йәштәгеләрҙе, әсәләрен хәтерҙәренә төшөрөп, илатып та, дәртләндереп, бейетеп тә алды.
Тормошта әкиәтһеҙ баласаҡ булған кеүек, яңғыҙ ҡартлыҡ та була шул. Ветерандар йортонда йәшәүсе яңғыҙ ҡалған инәйҙәрҙең тормоштарының бер көндәре йәмләнеп, күңелдәре тулыланып ҡалды. Ә шулай ҙа әсәйҙәребеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмайыҡ, бигерәк тә оло кешеләр һеҙҙең менән беҙҙең йылы һүҙгә мохтаж бит.
Читайте нас