Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Саф һауала уйнарға сыҡ!

Күптән түгел генә Хоҙайбирҙин урамындағы аллея ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар ярышы, квест һәм башҡа зирәк баштар өсөн яҡын булған конкурстар менән асылғайны. Был йүнәлештәге сараларҙы яңыртылған аллея артабан да үҙ эсенә һыйҙырмаҡсы шикелле.

Ошо көндәрҙә йәнә был майҙан-сыҡ халыҡ тауышына күмелде, был юлы спорт уйындары һәм башҡа төрлө интеллектуаль конкурстарҙа ярышыр өсөн эргәләге Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия, 3-сө башҡорт лицей-интернаты һәм 15-се мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары килгәйне.
Бер урында саңғысылар эстафетаға сыҡты, унан йыраҡ түгел арҡан тартыусылар бер-береһен әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа һөйрәй башланы, спортлы туризм менән шөғөлләнеүселәр уларға ҡуйылған кәртәле маршрутты иңләне. Тыныс ҡына торған аллея бер мәл эсендә күңелле урынға әйләнгән дә киткән.
Ҡыш көндәрендә тиҙ генә ҡарҙан Ҡыш бабай әүәләп алырға ярата беҙ-ҙең халыҡ, тап ошондай ижади конкурс та үтте. Төрлө һындар яһаусылар, ҡар етмәү менән интекһәләр ҙә, иң мөһиме, ижади яҡтан ҡыйынлыҡтар кисермәй, образдар тыуҙырҙы.
Ашнаҡсылар алып килгән ҡайнар сәй, ҡоймаҡ һәм башҡа тәмлекәстәр менән дә һыйланды халыҡ.
Ғөмүмән, ярыштар күңелле үтте, сара аҙағында еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы исеменән бүләктәр тапшырылды. Был аллея ла «Берҙәм Рәсәй» партияһы башланғысы менән булдырылған «Ҡала мөхите» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә яңыртылғайны.
Читайте нас