Билдәле скульптор, монументалист һәм рәссам Сосланбәк Тавасиев башҡорт халҡының милли батыры һәйкәлен сирек быуатҡа яҡын – Салауат Юлаев каторгала күпме булған, шунса ваҡыт эшләй. Суйындан ҡойолған һәм 40 тонналыҡ һәйкәл өс терәктән генә тороуы менән үҙенсәлекле.
Һәйкәл янындағы майҙан өфөләрҙең генә түгел, барлыҡ Башҡортостан халҡының һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әйләнгән. Өфөнөң һәм Башҡортостандың визит карточкаһына әйләнгән һәйкәл янына әһәмиәтле ваҡиғаны билдәләргә лә халыҡ күпләп йыйылыр, тип өмөтләнәләр.
Салауат Юлаев һәйкәлен ҡуйыуҙың 50 йыллығына «Рәсәй – Мәҙәниәт – Башҡортостан» телеканалы эфирына уны эшләү тарихына арналған документаль фильм сыҡты. Уны хәбәрсе Алексей Медведев әҙерләгән.