Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

САЛАУАТ ЮЛАЕВ – ЮЛБАҪАР ТҮГЕЛ! йәки Белыйҙың ҡара һүҙҙәре

Милли батырыбыҙҙы, улай ғына ла түгел, тотош башҡорт милләтен, тотош республиканы мыҫҡыл итеүсе Руслан Белый исемле комик, ТНТ каналы алып барыусыһының Өфөләге сығышынан һуң ҙур шау-шыу ҡупты.

Бөгөнгө көндә байтаҡ милләттәштәребеҙ уның әйткән һүҙҙәрен енәйәткә тиңләп, прокуратураға мөрәжәғәт итте.
– Салауат Юлаев бандит, юлбаҫар булған бит, ул дәүләткә ҡаршы сыҡҡан, шуға һәйкәл ҡуйыр алдынан уйларға кәрәк, ярай инде, хәҙер әҙер һәйкәлде алып ташлап булмай, аттың енес ағзаһы ғына ла әллә күпме ауырлыҡта, – тип сығыш яһағанда алғы рәттә ултырыусы башҡорт егеттәренең көлөүе бигерәк тә аптырата был тамашала. Улай ғына ла түгел, Марсель исемле егет алып барыусыға башҡортса өндәрҙе әйтеп, алфавитыбыҙҙан да көлөргә ирек ҡуя. “Иҫерек саҡта мин дә башҡорт”, – ти ҡунаҡ әфәнде. Ҡыҙҙарыбыҙҙан көлөргә лә аптырап тормай ул. Урындағы тарихты монитор аша өйрәнгән, күрәһең, Салауат Юлаевтың ни өсөн яуға күтәрелгәнен, башҡорттарҙың был быуаттарҙа нисек көн күргәнен ысын мәғәнәһендә яҡынса ла белмәй. Хәйер, мәскәүҙәрҙең төбәктәрҙәге тормошто, уларҙың тарихын үҙенсәлекле күҙ алдына килтереүҙәре күптән яңылыҡ түгел: кемдер Бүрәт менән Башҡортостанды айырмаһа, кемдер беҙҙе боландарҙа саба йәиһә дөйәлә йөрөй тип тә уйлай, бәғзеләр йырсы Земфираны көнсығыш ҡыҙы тип йөрөтә, Татарстан, Башҡортостан халҡын Монголияға ҡыуырға тәҡдим итеүсе депутат хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Тик быныһы күҙгә ҡарап, эйе, нәҡ башҡорттарҙың күҙенә ҡарап, биткә төкөрҙө.
...Ләкин барыһы ла маңҡорт түгел бит, телебеҙҙе, иманыбыҙҙы, милләтебеҙҙе, милли батырыбыҙҙы яҡлап, интернетта һәм тейешле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итеүселәр бихисап. Улар араһында билдәле йырсылар, спортсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар бар. Кемдер штраф һалырға тәҡдим итһә, кемдер: “Чечен ҡыҙҙарынан көлгән өсөн ғәфү үтенделәр, беҙ ҙә ғәфү үтендерәсәкбеҙ”, – тип тә оран һала. Тик ошо урында Зәки Вәлиди шәхесе менән бәйле “Рен ТВ” каналында күрһәтелгән сюжет иҫкә төшә. Ул саҡта ла шау-шыу булды, “БСТ” каналында яуап итеп тапшырыуҙар күрһәтелде, фильмдар төшөрөргә планлаштырылды (һуңғыһы нисек килеп сыҡҡандыр). Ошо йәһәттән Вәлиди фондының Ишембай районында үткән ултырышы хәтергә килә. Шунда “Рен ТВ” каналын (юристар аңлатыуынса) судҡа тик Вәлидиҙең туғандары ғына бирә ала, тигән фекер яңғыраны (бына ҡайҙа килеп төртөлә шәжәрә мәғәнәһе!). Суд эше нисек баралыр, билдәһеҙ. Әлеге мөрәжәғәттәр ҙә шуның һымаҡ аңлайышһыҙ ҡалмаһын ине лә бит. Әлбиттә, үҙен Салауат Юлаев тоҡомонан тип йөрөүселәр бар, тик был шәхестәр хәҙер ҡайҙа икән?.. Бәлки, улар ҙа судҡа документ әҙерләйҙер.
Нисек кенә булмаһын, суд ашамы, телеви-дениенанмы ҡунаҡтың үҙенең тупаҫ сығышы өсөн ғәфү үтенеүе мотлаҡ. Егетме икән был комик – ваҡыт күрһәтер.
Читайте нас