Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Саябыҙ ҙа, шаянбыҙ ҙа Ағиҙел тулҡындарындай

Бөтә булмышыбыҙ, асылыбыҙ, күңел торошобоҙ – милли бейеү-ҙәребеҙҙә беҙҙең. Быны бер ниндәй глобалләштереү ҙә, ваҡыт ағышы ла үҙгәртә лә, сикләй ҙә алмай. Ошо хаҡта уйланылды Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһының Бейеү театры концертында.

Халыҡ-ара бейеү көнөнә арналған сарала нәҡ төрлө һыҙат-тарыбыҙ күҙ алдына килеп баҫты. Еңгәләрҙең ҡымыҙ бешеүендә танауҙы ҡымыҙ еҫе ҡытыҡлаһа (“Ҡымыҙсылар” хореографик композицияһы), “Любезники”ла ата-бабаларыбыҙҙың ерен һаҡлап яу сапҡаны, Наполеонды ғына түгел, быуат үтеп, ил өҫтөнә йәнә һынау төшкәс, Гитлерҙы ла ҡыуып барғаны төҫмөрләнде. Эйе, ағайҙарыбыҙ батыр булһа, еңгәләребеҙ – уңған, ҡыҙҙарыбыҙҙың саялығы, сибәрлеге, тыйнаҡлығы, йыйнаҡлығы... һәммәһе лә кәүҙәләндерелде был бейеүҙәрҙә. Шул уҡ ваҡытта киң күңеллебеҙ ҙә беҙ, нескә лә, кәрәк саҡта шаян да була беләбеҙ. Ана, шәкерт егеттәребеҙ үҙе ни тора (“Шәкерттәр” бейеүе)! Мәҙрәсәгә хат йәки күстәнәс килеп төшһә, шаярышып алалар, иң мөһиме: бүлешә беләләр, ауырын да, еңелен дә бергә күтәрәләр – был да һалынған беҙҙең ҡанға.
Башҡорт – тәбиғәт балаһы. Концертты ойоштороусылар, программа-сценарий яҙыусылар был төп критерийҙы төп урында тотҡаны иғтибарға лайыҡ. Ирекле Урал кешеһе тауҙарын ярата, Ағиҙелен изге тип белә. Ул үҙе лә шул Ағиҙел тулҡынындай берсә тымыҡ, берсә еңелсә, шаян, кәрәк саҡта сая ла түгелме ни?!. Концерттың нәҡ ошо “Ағиҙел тулҡындары” исеме менән аталыуы, ошо айҡанлы сәхнәлә яңы хореографик композиция хасил булыуы –барыһы ла мәғәнәле ине. Бындай матур сығыштарҙы ҡарағанда тәбиғәтебеҙҙең байлығын, үҙебеҙ уның айырылмаҫ бер өлөшө икәнлеген һәм шул тәбиғәтте күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәклеген күҙ алдынан үткәрмәй мөмкин түгел ине. Был бер шәхси фекер генә түгелдер, иманым камил: быны залды тултырып килгән һәр тамашасы ҡеүәтләр!
Яңы композиция тигәндән, минеңсә, концерт, ғөмүмән, яңы бейеүҙәргә, күптән һағынып көткән, хатта онотола барған элекке сығыштарға бай булды. Атап әйткәндә, ҡабатланманы театр, үҙенсәлекле концерт башҡарып сыҡты.
Бында, әлбиттә, һәр сығыш яһаусыны, ойоштороусыны, етәксене айырым телгә алырға теләк ҙур. Коллективтың йөҙөк ҡашы булған артистарҙы ла, ағай-апайҙарынан бейеү серҙәрен генә түгел, рух балҡышын да һеңдерергә ашҡынған егет-ҡыҙҙарҙы ла. Тик исемдәр теҙмәһенән бигерәк Стәрлетамаҡ бейеү театрының башҡорт бейеү сән-ғәтендәге ролен билдәләге килә. Әлеге йәһәттән коллективты тәбрикләргә, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырырға килгән ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге на-чальнигы Зөфәр Зиннәтуллиндың әйткән һүҙҙәрен килтереү урынлы булыр ине:
– Стәрлетамаҡ бейеү театрын төрлө саралар ваҡытында төрлө яҡҡа тартҡылай башлайҙар, сөнки яҡшы бейеүҙәрҙе, матур һәм мәғәнәле сығыштарҙы, оҫта бейеүселәрҙе һәр кем үҙ сәхнәһендә күргеһе килә, – тине ул. Ә бит һүҙ бер ҡала кимәле тураһында ғына түгел...
Әйтелгәнгә тағы ни өҫтәйһең?!. “Ағиҙел тулҡындары” геройҙарына Ағиҙелдәй оҙон ижад юлы теләргә генә ҡалалыр.
Читайте нас