Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Серле ҡумта сере нимәлә?

Танылған шағирә һәм тәржемәсе Любовь Әфләтунованың яңы китабы сығыу һәм ижад итә башлауына 25 йыл тулыу айҡанлы Үҙәк балалар модель китапханаһында осрашыу уҙҙы.

– Любовь Александровна 20 йылдан ашыу балалар менән эшләгән, фәҡәт уларға булған мөхәббәте яҙыусыны әкиәт, шиғырҙар яҙырға этәргән дә инде, - тине сараны алып барыусы китапханасы Юлиә Фәттәхова.
Бер саҡ яҙмыш Любовь Александрованы “Ауыл тормошо” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары Николай Леонтьев менән осраштыра һәм буласаҡ шағирәнең “Шиғриәт иленә” сәйәхәте ошо һуҡмаҡтан башланып китә. Ә 2003 йылда сыуаш яҙыусылары Александр Савельев-Сас һәм Виталий Енеш менән булған осрашыу әҙибәне башкөллө тәржемә эшенә сумырға этәргес көс бирә.
Бөгөнгө көндә Любовь Әфләтунова 500-ҙән ашыу шиғыр тәржемә иткән. Был иһә 27 башҡорт, татар, сыуаш авторҙары тигән һүҙ. Бынан тыш шағирәнең шиғырына балалар өсөн популяр йырҙар яҙылған. 1996-2017 йылдар арауығында уның балалар өсөн 23 китабы сыҡҡан. Ул “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фестивалендә бер нисә тапҡыр лауреат булып, хатта Фәтих Кәрим исемендәге премияға лайыҡ була.
Патриотизм, сәләмәт йәшәү рәүеше, халыҡтар дуҫлығы, эстетик зауыҡ һәм башҡа көнүҙәк темаларҙы ижадында ла, китап һө-йөүселәр менән осрашыуҙа ла пропагандалай. 2008 йылдан алып Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ябылғанға тиклем рус телендә ижад итеүселәрҙең секцияһын етәкләй. Әлеге осрашыуҙа ҡаланың 32-се мәктәбенән килгән 2-се класс уҡыусылары яҙыусы менән яҡындан танышып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып, уның ижадынан илһамланып таралышты. Кисә һуңында әҙибәне класташтары, туғандары, ҡәләмдәштәре ихлас ҡотланы.
Читайте нас