Яҡташыбыҙ Марина Сергеевнаның был еңеүе үҙе өсөн генә ҙур артылыш түгел, ә бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән баҫмаһына үҙенсәлекле бүләк, минеңсә. 27 йыл дауамында ул журналист булараҡ ошо баҫма менән бергә үҫкән, үткер-үткер мәҡәләләре ошо гәзиттә баҫылған бит.
Эйе, абруйлы исем менән аталған премия лауреаты булыу – мәртәбәле ижадҡа лайыҡлы баһа! Уға мәҡәлә яҙған һәр кем дә дәғүә итә алмай әле. Шуға хеҙмәт юлын производствола башлаған Марина Воронованың журналистика өлкәһенә сумыуын да осраҡлы хәл тип ҡабул итергә һис тә ярамай.
– Үҙемдең яҙмаларым аша ке-шеләргә ярҙам иткем килә, әгәр журналистика – минең һөнәрем икән, гәзит – ул яҙмышым. Көн һайын эшкә яңы кешеләрҙе күрергә, уларҙың ҡыҙыҡлы биографияларын, мауыҡтырғыс тормоштарын өйрәнергә тип ашҡынып киләм, – ти премияға нәҡ замандаштарының образдарын тыуҙыра белгәне, уларҙың ҡылыҡтарын аса алғаны өсөн лайыҡ булған хәбәрсе.
Сирек быуат эсендә Марина Сергеевна был йәһәттән нормаһын нисә тапҡырға арттырып үтәне икән?! Кәрәк булһа, ҡатмарлы операциялар бүлмәһенә лә инеп китә ул, халыҡ исеменән ғәҙеллекте даулап та сыға. Дөрөҫөн әйткәндә, бына нимә етмәй хәҙерге ҡайһы бер баҫмаларға. Журналистың абруйын тамам юғалт-маҫтай әлдә ошондай шәхестәр бар әле. Был йәһәттән күпте теҙеп тормай, уның мәҡәләһенән һуң ҡала балалар дауаханаһында үткәрелгән ремонт-үҙгәртеү эштәрен атап китһәк тә күпте күҙалларға мөмкиндер. Ғөмүмән, Марина Воронова медицина һәм башҡа социаль күренештәрҙе бихисап яҡтырта. Етем балаларҙы ғаиләле итеү, ҡыйырһытылғандарға иғтибар арттырыу, сирлеләргә ярҙам итеү... бына ниндәй маҡсаттар ҡуя хәбәрсе үҙенең алдына яҙмаларына тотонор алдынан. Шуныһы үҙенсәлекле: мәҡәлә юлдарына һыймаған йәки тап килмәгән хис-тойғолар шиғри юлдарға һалына. Марина Сергеевна бер нисә китап авторы булған шағирә лә әле!
– Марина Воронова – журналист ҡына түгел, күп яҡлы талантлы шәхес, – тип билдәләй хеҙмәттәшен “Стерлитамакский рабочий” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Ситдиҡова. – Уның, мәҫәлән, йәш таланттарҙы үҫтереүҙә тос өлөш индереүе иғтибар-ға лайыҡ, шулай уҡ ҡала тормошон да ярата, уның мәҙәни мөхитендә туранан-тура ҡатнаша.
Билдәле һәм талантлы коллега-быҙҙы абруйлы премия алыуы менән ҡотлап, артабан да үткер һәм кеше тормоштарын тик ыңғай яҡҡа үҙгәртерлек мәҡәләләренең күберәк булыуын теләргә ҡалалыр.