Башҡорт дебет шәле оҫталары фестивале быйыл да юғары кимәлдә ойошторолғайны. Сифатлы, төрлө биҙәкле шәлдәрҙең ниндәйе генә юҡ ине, йәнеңә ҡайһыһы оҡшай - шуны һатып ал! Һәр шәл оҫтаһының күңел биреп бәйләгән шәлдәре сифаты, биҙәктәре менән айырылып тора, ә мамыҡтарға килгәндә, уларҙың да төҫөн дөрөҫ итеп һайлап ала белергә кәрәк. Оҫта ҡулдар хатта бәйге барышында ла шәл бәйләүҙән айырылманы, ҡайһы берҙәре шәл бәйләү станогына хәтлем алып килгәйне. Кәзә мамығынан бәйләнгән шәлдәр йәрминкәһе бигерәк бай булды.
Шуныһы ҡыуаныслы; бәйгеселәрҙең күптәре милли башҡорт кейемендә килгән. Район, ауыл, ҡалаларҙан йыйылған гармунсылар байрамды тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Иңдәренә башҡорт шәле һалып сыҡҡан “Һылыуҡай” студияһы ҡыҙҙарының матурлығына, уларҙы тағы ла йәмләй төшкән шәлдәребеҙгә ҡарап һоҡланып ултырҙыҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Фирзинә Абдуллина һәм “Ант” төркөмө йырсылары ла байрамға дәрт өҫтәне.
Быйылғы шәл конкурсында ике Гран-при һәм ике лауреат дипломы тапшырылды, ә барлыҡ ҡатнашҡан оҫталар Республика халыҡ ижади үҙәгенән дипломдар менән бүләкләнде.
Беҙҙең ҡаланан ике шәл оҫтаһы ҡатнашты. Римма Һиҙиәт ҡыҙы Ғибәҙуллина (һүрәттә уңдан беренсе) юғары оҫталығы, башҡорт шәл бәйләү йолаһын үҫтереүгә һәм һаҡлауға өлөш индергәне өсөн лауреат исеменә лайыҡ булды һәм сертификат менән бүләкләнде.
Ә икенсе шәл бәйләү оҫтаһы Мәрйәм апай Абдулованың хеҙмәте диплом менән баһаланды.
Быйыл беренсе тапҡыр командалар араһында “Башҡорт шәле реклама ролигы” исемле ижади конкурс уҙғарылды. Беҙҙең ҡала мәҙәниәт һарайы методика бүлеге белгестәре әҙерләгән “Их, Эстәрле шәлдәре!” исемле роликты жюри ағзалары юғары баһаланы. Ә Ҡала мәҙәниәт һарайы методика бүлеге белгестәре Рәмилә Нәзирова, Хәлиҙә Абдрахманова һәм «Йөрәктау” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашыусыһы Фирүзә Әминова сәхнәлә башҡорт шәленә реклама яһаны. Беҙҙең команда сағыу сығышы менән бар командаларҙан да айырылып торҙо, шуға күрә беҙгә конкурс программаһын тамамлап ҡуйыу бәхете тәтене.
Шуныһы ҡыуаныслы, республика кимәлендә уҙғарылған «Башҡорт шәле – 2017” конкурс-фестивалендә стәрлетамаҡтар был юлы ла һынатманы.