Шулай тура килгән был көнгә, берәү һалдат моҡсайын йөкмәй, икенсеһе киң аҙымдар менән баҫып инеп, хеҙмәтен уңышлы үтәүе тураһында доклад яһай. Хәрби бурысын үтәп ҡайтыусылар башҡаларҙан айырылып тора, уларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ нурҙары балҡый.
Хеҙмәттән ҡайтыусылар менән миңә бер аҙ аралашырға форсат тейҙе. Баҡтиһәң, улар Калининградтан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклемге хәрби частарҙа бурысын үтәгән. Комиссариатҡа тәүгеләрҙән булып килгән Александр Меренков Балтийск ҡалаһында диңгеҙ пехотаһы ғәскәрендә хеҙмәт иткән.
– Хеҙмәт итмәһәм, бәлки, ул яҡтарҙы, диңгеҙҙә карапта йөҙөп сит илдәрҙе бинокль аша күҙәтмәҫ, парашютта ла һикермәҫ инем, – ти Александр әрмеләге тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Был көндө шулай уҡ илдең икенсе яҡ осонда, Хабаровск крайының Амур йылғаһында инженерҙар бригадаһында хеҙмәт итеп ҡайтыусы кесе сержант Андрей Фомин да килгәйне.
– Һауа торошо үҙенсәлекле булғанға тәүҙә өйрәнеп китеүе күп ваҡытты алды. Ә дөйөм алғанда, барыһы ла еңел булды, республиканан беҙ 108 кеше барҙыҡ. Ярты йылдан званиемды күтәрҙеләр, әрмегә тиклем ҡул алышының Муай тай төрө буйынса спорт мастеры кандидаты исемен алғайным, шуға ла часть исемен яҡлап ярышҡа барып ҡарарға булдым һәм дөрөҫ эшләгәнмен. Ғәскәрҙәр араһында Бөтә Рәсәй ҡул һуғышы буйынса беренсе урын алдым. Быны белеп ҡалған етәкселәр мине ҡул көрәше буйынса инструктор итеп һайлап ҡуйҙылар, хеҙмәттәштәремде, хатта дәрәжә буйынса өлкәнерәктәрҙе лә алыш серҙәренә өйрәттем. Әрме хәҙер артта ҡалды, эшкә урынлашырға кәрәк, эске эштәр органдарына барып ҡарамаҡсымын, – тип, бер йыл эсендә өлгәшкән уңыштарын да, пландарын да асып һалды егет.
– Ә мин хеҙмәт урынына барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым, – тип һүҙгә ҡушылды Иван Александров. – Әрмегә алғандарын белә инем, повестка килде, бер аҙнанан мин хеҙмәт урынында инем инде, Хабаровск крайының элемтә часына самолет менән остом. Тәүҙә бер ни ҙә аңламай ҙа, тоймай ҙа йөрөнөм, һуңынан өйрәндем. Әле ҡайтыр алдынан ғына көҙгө саҡырылыштың тәүге партияһы килде. Уларҙың күбеһе – мәктәп эскәмйәһенән яңы айырылған егеттәр, ҙур тормошто белмәйҙәр, ә шулай ҙа бирешмәйҙәр, тиҙ өйрәнәләр, – тине ул яҡташтары менән ғорурланып.
Хәрби комиссариатта был көндө әрменән ҡайтыусылар, повестка алырға килеүселәр һәм медицина тикшеренеүен үтеүсе мәктәп уҡыусылары, техникум, колледж, юғары уҡыу йорттары студенттары байтаҡ ине. Класташтар Марсель Хәкимов (Ишембай нефть колледжы) һәм Евгений Коробов (Кумертау авиация техник колледжынан) элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итергә хыяллана. Егеттәр араһында ундайҙар күп, әммә уларҙың ҡайһылары һаулыҡ һәм физик әҙерлек буйынса үтмәүе мөмкин. Шуға ла хеҙмәткә саҡырылыусылар әле генә хеҙмәттән ҡайтҡан егеттәрҙән, үҙ ағаларынан өлгө алып, күбеһе спорт менән шөғөлләнә, һаулыҡ етешһеҙлектәрен шымарта, уҡыуҙа ла яҡшы билдәләргә өлгәшергә маҡсат ҡуя.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы-ның хәрби комиссариатында хеҙмәт-кә граждандарҙы әҙерләү, саҡырыу һәм туплау бүлеге начальнигы Радик Әмиров ҡалабыҙҙа көҙгө саҡырылыш барышы менән таныштырып, һығым-талар ҙа яһап ҡуйҙы. Әрме сафына һалдаттарҙы оҙатыу буйынса хәрби комиссариат лидерҙар рәтендә булһа, призывниктарҙы әҙерләү сифаты бу-йынса беренсе урында килә. Әлбиттә, был өлгәшелгәндәр егеттәрҙең хәрби бурысты үтәүгә яуаплы ҡарауына бәйле.
– Һәр кем үҙ илен һаҡларға тейеш. Ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, шат йылмайып ҡайтҡан һалдатты күреү – беҙҙең өсөн оло баһа ул, – ти Радик Фәғим улы.
Бының менән килешмәй булмай, тыныс тормошта Рәсәйҙәге төрлө частарҙа өлгөлө хеҙмәт итеп ҡайтыусыларҙы ҡаршылау һәммәбеҙ өсөн дә ҡыуаныслы.