Юҡҡа ғына беҙ Рәшиҙә Шәм-сетдинованың ижадына мөрәжәғәт итмәгәнбеҙ. Сөнки уның матур шиғырҙары беҙ өйрәнгән «Әҙәби уҡыу» дәреслегендә тейешле урынын алған. Шағирәнең ике ҡыҙы гимназияны уңышлы тамамлаһа, әлеге көндә ейәнсәре белем ала.
Осрашыуға ныҡлы әҙерләндек. Башланғыс класс уҡыусылары Рәшиҙә Шәмсетдинованың «Фәреш-тә ҡанатында», «Бейеүсе болан», «Мин – ҡояшҡай!» тигән китаптарын ихлас уҡыны, шиғырҙарын ярыша – ярыша ятланы, йырҙарын өйрәнде. Шуныһы һөйөнөслө: шағирә иң оҫта, һөнәрле, һәләтле 10 баланың исемдәренә бағышлап өр-яңы шиғырҙар яҙып бирҙе. Был бәхет ине уларға! Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Рәшиҙә апайҙың шиғырҙары тиҙ хәтерҙә ҡала. Сөнки уның шиғырҙарында балалар тәртипле, аҡыллы, уңған, ярҙамсыл. Тәбиғәт тә йәнле, боландар ҙа бейей, кейек-ҡоштар уйнап, көлөп тора.
Шағирәнең балалар өсөн яҙылған йырҙары лә етерлек. Үҙешмәкәр композитор Рәмил Ғимрани тәү башлап «Өй эйәһе» шиғырына көй һалғайны. Сарала был йырҙы кескәйҙәр яратып башҡарҙы. Шулай уҡ композитор Мәрйәм Солтанова тарафынан ижад ителгән «Изге һүҙ», «Алтын асҡыс», «Теләк» йырҙарын уҡыусылар йәнле итеп, бөтә күңелдәрен һалып осрашыуҙа ҡатнашыусыларға еткерҙе.
Балалар шағирәнең сығышын һағынып көтөп алды. Тылсымлы ижад донъяһы тураһында һөйләү, уның һөйләп бөтөргөһөҙ серҙәрен асыу, бала саҡтағы ҡәҙерле хәтирәләренә әйләнеп ҡайтыу – барыһы ла кәрәкле һәм фәһемле булды.
Иң ҡыуаныслы мәл – Рәшиҙә Шәмсетдинова ижадына арналған шиғыр бәйгеһе ине. Балалар шағирәнең ижадын тейешенсә яҡтырта алды. Уның менән бергә һоҡландылар, ғәжәпләнделәр, көлдөләр, борсолдолар. Бәйге булғас, уның еңеүселәре лә була. Еңеүселәрҙе шағирә үҙе билдәләне.
1-се урынға Дәүләткилдина Айлина (2-се класс), 2-се урынға Татлыбаева Алһыу (1-се класс), Юланова Розалина (3-сө класс), 3-сө урынға Халиҡов Айгиз (1-се класс), Тимерғәлиев Илдар (4-се класс), Йылҡыбаева Гөлсибәр (2-се класс) лайыҡ булды. Шулай уҡ шиғри бәйгелә ҡатнашыусы бөтә уҡыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Уларҙың барыһына ла гимназия тарафынан булдырылған Рәшиҙә Шәмсетдинова ижадына арналған диплом тапшырылды. Уҡыусылар иң бейек тауҙың башына менеп баҫҡандай булды. Һәр хәлдә, яҙыусы һүҙе элек-электән ҡәҙерле һаналған, ғүмер баҡый юғары баһаланып йөрөгән.
– Мин һеҙҙе шул тиклем яратам, балалар! Ижадым тик һеҙҙең өсөн! – тип, шығырым тулы залға башын эйеүе шағирәнең үҙен кеше иткән халҡына һөйөү; ғәзиз халҡы ҡыҙы булыуына хөрмәт, ижадын яратыусыларға рәхмәт билдәһе ул.
Әлбиттә, шиғриәт илендә шиғыр бәйгеһе лә, йыр-моң да, дәртле бейеүҙәр ҙә үрелеп барҙы. Ошо кисәлә ҡатнашҡан бөтә балалар һис һүҙһеҙ үҙенә күп фәһем алғандыр, киләсәктә кем булырын күҙаллағандыр, холҡонда тиҫкәрелек, ялҡаулыҡ, еңмешлек булғандар яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тырышып ултырғандыр; уҡыуҙа алдыра алмағандар артабан тырышыуҙы, үҙалдына эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйғандыр тигән өмөт уяна.