Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Шихандарҙы яҡлап ҡултамғалар йыйыла

Стәрлетамаҡ халҡын шихандарҙы яҡлап петицияға ҡул ҡуйырға саҡыралар.

Ошо көндәрҙә Change.org платформаһында Стәрлетамаҡ шихандарын: Торатау, Ҡуштау һәм Йөрәктауҙы яҡлау буйынса БР Башлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Сәнәғәт һәм иннновация сәйәсәте министрлығы һәм БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы адресына петиция булдырылды. Уның авторҙары бер нисә талапты билдәләй:
- киләсәк быуындарға башҡорт шихандарының боронғо торошон мөмкин тиклем үҙгәртмәйенсә һаҡлап алып ҡалырға;
- дәүләт структураларының береһен шихандарҙы һаҡлау гаранты итеп билдәләргә;
- Башҡортостан Республикаһының экологик эске туризм урындарының береһе булараҡ, шихандар яны территорияһы инфраструктураһын һәм уны үҫтереү проектын булдырырға.
“Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан тәбиғәтен яҡлаусылар һәм, шул иҫәптән, “Йәшелдәр” хәрәкәте активистары башҡорт шихандарын яҡлау кампанияһын башлап ебәрә. Һеҙҙән ошо документҡа ҡул ҡуйыуығыҙҙы һорайбыҙ, беҙ уны власть органдарына, экология-хоҡуҡ һаҡлау ойошмаларына, киң мәғлүмәт сараларына таратырға ниәтләйбеҙ. Ошо темаға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү өсөн социаль селтәрҙәрҙә был яҙмаға репост яһауығыҙҙы һорайбыҙ,” – тиелә петицияла, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итеп.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ноябрь аҙағында БСК-ның Директорҙар советы рәйесе Григорий Рапота РФ вице-премьеры Дмитрий Козакка хат менән мөрәжәғәт иткәйне. Ул үҙенең хатында, әгәр ҙә производствоның сеймал проблемаһы хәл ителә ҡалһа, БСК-ның Ҡырым сода комбинатын һатып алыу һәм 10 миллиард һумға тиклем күләмдә инвестициялар һалыу ихтималлығы тураһында билдәләгәйне. Дмитрий Козак илдең экология һәм мәҙәниәт министрлыҡтарына шихандарҙың тәбиғәт ҡомартҡыһы булыу статусы бармы-юҡмы йәки булһа, уны алып ташлау тураһында 20 декабргә тиклем асыҡларға тигән поручение биргән.
Шихандарҙы эшкәртеү Ҡуштауға ла (унда тау саңғыһы комплексы урынлашҡан) хәүеф янай. 2017 йылдың 3 мартында «БСК» акционерҙар йәмғиәте Ҡуштауҙа кальцинирланған сода һәм цемент етештерергә яраҡлы бурташ ятҡылыҡтары барлығын белеү өсөн геологик тикшеренеүҙәр башланыуы тураһында хәбәр иткәйне. Уның һөҙөмтәләре әлегә әҙер түгел.
Читайте нас