Штабты Владимир Путиндың ышаныслы кешеләре — Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Таһир Ибраһимов, Башҡортостан Республикаһы Милли йәштәр театры актрисаһы Рушанна Бабич һәм «Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев етәкләй.
Штаб етәксеһе урынбаҫарҙары – «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Ғиззәтуллин, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты башлығы Виталий Брыкин һәм «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡов.
Яуаплы йүнәлештәр буйынса эште «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Александр Юдин, «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Светлана Чертороева һәм баш бухгалтер Айнур Аҡҡолов, «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәге директоры Алина Сөләймәнова, Өфө дәүләт нефть техник университетындағы Иҡтисад һәм сервис институтының Йәштәрҙең башланғыстарын үҫтереү үҙәге етәксеһе Люциә Юлуева, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе координаторы Илнур Әйүпов, «Башҡор-тостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының бүлек начальнигы Гүзәл Мусина, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Артём Вәлиев етәкләй.
Штаб ағзалары эш мәсьәләләрен тикшерергә, халыҡтың мөрәжәғәттәрен ҡарарға, тәҡдим ителгән баш-ланғыстарҙы тикшереп, тормошҡа ашырырға тейеш.
Штабтың рәйестәше Рәмил Бәхтизин Владимир Путин менән яҡындан таныш булыуы һәм уның менән бер нисә тапҡыр, шул иҫәптән 2003 йылда, Өфө дәүләт нефть техник университетына килгән сағында, осрашыуы хаҡында һөйләне.
«Минең гражданлыҡ бурысым –ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн бөтә көстө һалыу. Тап шуның өсөн дә мин Владимир Путинды Рәсәй Президентына кандидатлыҡҡа тәҡдим итеү буйынса Инициатив төркөмдә эшләргә ҡарар иттем. Минең башланғысымды яҡлауҙары һәм Владимир Путинға һайлауҙа уның ышаныслы кешеһе булып эшләргә мөмкинлек биргәне өсөн рәхмәт белдерәм», — тине Рәмил Бәхтизин, вазифаны ҡабул итеп.
Башҡортостан Республикаһында Владимир Путинды Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтеүгә ярҙам итеү штабының адресы:
450008, Башҡортостан Респуб-ликаһы, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йорт. Телефондар: +7(347) 286-13-32, 286-13-66.