Татыу, йыр-моңло ғаиләлә тыуып үҫкән Рәмил, бөтә фәндәрҙе яратып уҡыу менән бергә, бәләкәйҙән спортҡа тартыла, мәктәптәге төрлө спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй. Шулай ҙа, һигеҙенсе класты тамамлағас, Баймаҡ районы Йылайыр совхозының ауыл хужалығы техникумына уҡырға инергә ҡарар итә. Уҡып бөткәндән һуң, армия сафына алына. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Урал ауылында бер аҙ механик булып эшләп тә ала. Ләкин тормошон спорттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай, ошо теләк уны Стәрлетамаҡ физкультура техникумына алып килә – имтихандарын уңышлы тапшырып, уҡырға инә. Һуңынан уны ошо уҡыу йортона уҡытыусы итеп эшкә ҡалдыралар. Шул йылдарҙа ул Стәрлетамаҡ физик культура институтында юғары белем алырға ла өлгөрә.
Стәрлетамаҡта Рәмил үҙенең мәңгелек мәхәббәтен осрата – Ишембай районы Ҡалыу-Айры ауылы һылыуы Раушания менән сәстәрен-сәскә бәйләп, матур тормош ҡоралар. Береһенән-береһе аҫыл, аҡыллы, тәртипле ике ул үҫтереп, оло тормош юлына сығаралар. Улдары Руслан менән Рөстәм дә, аталары кеүек, спортты үҙ итә.
Рәмил Рәйес улы менән бер коллективта эшләгән кеше булараҡ, шуны әйтергә теләйем: ул һәр эшкә та-лапсан, етди, яуаплы ҡарай. Был күркәм сифаттарын күреп, уны Стәрлетамаҡ физкультура техникумының хужалыҡ буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Миҙхәт Биктимер улы Мусаҡаевтың уң ҡулы булып оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң, ул “Содовик” спорт комплексына дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары итеп үрләтелде. Бында ла үҙ эшен оло яуаплылыҡ һәм намыҫ менән башҡара. Күп йыллыҡ хеҙмәте юғары баһаланып, Рәмил Рәйес улы Закиров “РФ хеҙмәт ветераны”, “БР-ҙың иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре”, “Рәсәйҙең физик культура һәм спорт отличнигы” кеүек маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Ошондай яуаплы эштәр башҡарыу менән бергә, ул матур итеп ял итергә лә ваҡыт таба. Ҡалалағы ветерандар ме-нән бергәләп волейбол, теннис буйынса ярыштарҙа призлы урындар ала.
Йөҙөнән һәр ваҡыт нур, яҡтылыҡ бөркөлөп тора, йор һүҙле, көр күңелле ул беҙҙең кейәү. Туғандар менән осрашҡан ваҡыттарҙа гармунын ҡулына алып йырлап ебәрһә, барыбыҙҙы ла йәшлегебеҙгә алып ҡайтҡандай була. Арабыҙҙа шундай кейәүебеҙ булғанға бик тә ғорурланабыҙ.
Рәмил Рәйес улы Закировты 50 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Раушания һеңлем менән бергәләп, балаларының уңыштарына һөйөнөп, иҫәнлектә-һаулыҡта гөрләшеп йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Иң-иң изге теләктәр менән,
барлыҡ туғандарыбыҙ исеменән