Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Сиратты нисек кәметергә?

Льготалы граждандарға бушлай ер биреү программаһы эшләй башлағандан алып ҡалала 1442 ер майҙаны бүленгән.

Шул уҡ ваҡытта сират кәмемәй, ә йылдан-йыл арта ғына. Проблеманы хәл итеү өсөн Стәрлетамаҡ районынан ер биләмәһе һорап алынғайны. Аҙна башында ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Владимир Иванович Куликов был мәсьәләгә йәнә әйләнеп ҡайтты. Ул милек менән идара итеү комитеты рәйесенән Стәрлетамаҡ районынан бүленгән 740 гектар ерҙең сиратты тулыһынса бөтөрә алыуы-алмауы тураһында һорашты. Владимир Яценко бүленгән майҙандың 30 проценты ғына халыҡҡа бүлеп биреү өсөн яраҡлы булыуы, ҡалғаны социаль инфраструктура урынлаштырыу, юлдар һалыу өсөн ҡулланылыуы тураһында әйтте һәм ер майҙансыҡтарының һаны проект яһалғандан һуң ғына билдәле буласаҡ, тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта ҡала хакимиәте башлығы, был ерҙәрҙе бүлгәндән һуң, инженер селтәрҙәре менән тәьмин итеү, юлдар төҙөү һәм башҡалар өсөн финанс талап ителәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға ер майҙаны бүлеү урынына ғаиләләргә аҡсалата ярҙам күрһәтеүгә сертификат тапшырыу тәҡдиме менән республика Хөкүмәтенә сығыу кәрәклеген еткерҙе.
Читайте нас