Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Сирень сәскә атҡан

Октябрҙә ҡар яуғандан һуң сирендең сәскә атыуы көтөлмәгән хәл. Был ғәҙәти булмаған күренешкә Октябрьскийҙа йәшәүселәр шаһит булған. Ҡала ихаталарының береһендә сирень сәскә атҡан. Сәскәләре аҙ булһа ла, уларҙан ысын яҙ еҫе килә, тиҙәр уны күреүселәр.

Ағас ҡаланың иҫтәлекле урынына әүерелгән дә инде. Күптәр көҙгө сирень янында фотоға төшөп, «Октябрҙә сирень сәскә атты!» тигән яҙыуҙар менән фотоһүрәттәрен социаль селтәргә һалған.
Һуңғы йылдарҙа ағастарҙың көҙ көнө сәскә атыуын йыш осратырға мөмкин. Ботаниктар бындай күренеште мөғжизә тип иҫәпләмәй һәм, мәҫәлән, әгәр яҙ ныҡ һалҡын булһа, ағастар сәскә атып өлгөрмәй, тип аңлата. Көндәрҙең һалҡын тороуы һәм температураның ҡапыл үҙгәреүе көҙгөһөн сәскә атыуға сәбәпсе булыуы ихтимал. Һуңғы арала был күренеш йыш күҙәтелә.
Читайте нас