Эксперттар был алымды демографияны, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн мөһим тип баһалай. Ипотека кредиты тәртибе 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң 2 йәки 3-сө сабыйы тыуған ғаиләләргә ҡағыласаҡ. Дәүләт банкка бурыстың 4 процентын субсидиялай. Әле ипотека 10 проценттан ашыуыраҡ ставка менән бирелә. Аналитиктар иҫәпләп сығарыуынса, алдағы 5 йылда 500 мең ғаилә социаль ипотеканы файҙалана аласаҡ.