Ялта ҡалаһында водителдәр араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙғарылған. Ҡырымда троллейбус йөрөтөүгә 60 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған был ярышта илдең 27 ҡалаһынан 35 иң оҫта троллейбус йөрөтөүсе ҡатнашҡан. Ошо бәйгелә Стәрлетамаҡтан Таһир Оразбердиев еңеүсе тип билдәләнгән һәм 500 мең һумлыҡ призға лайыҡ булған.
Троллейбус йөрөтөүселәр араһындағы һөнәри имтихан эшсе һөнәрҙәренең WorldSkills донъя хәрәкәте стандарттары буйынса уҙғарыла. Шуға күрә бәйгеселәрҙе баһалағанда ниндәй ҙә булһа субъектив ҡарашҡа урын юҡ, тигән һүҙ. Конкурстың шарттары буйынса, тиҙлек төп күрһәткес түгел, ә иһә водителдең таһыллығы, һөнәрмәнлеге, шулай уҡ пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү культураһы баһаланған.
Ярыштың теоретик өлөшөндә белгестәр кон-курсанттарҙан троллейбустың төҙөлөшөн, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, закондарҙы һәм хеҙмәт һаҡлау ҡануниәтен белеү буйынса белемен тикшергән.
Ошо һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, Стәрлетамаҡҡа дан алып ҡайтҡан яҡташыбыҙға афариндан башҡа һүҙ юҡ.