Сарала команданың төп тренеры Альберт Ғөбәйҙуллин, капитаны Алексей Кузнецов, клуб директоры Рөстәм Сәйфуллин һәм клуб президенты Елена Семёнова ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм спорт комитеты рәйесе Юрий Селиверстов, «Стәрлетамаҡ-Арена» спорт һарайы директоры Владимир Петров ҡатнашты.
Чемпион исемен алыуы еңел, ә бына уны бер йыл үткәндән һуң тағы ла ҡабатлауы - ауыр мәсьәлә. Клуб президенты Елена Семёнова билдәләүенсә, футбол тәмен белгән, уның менән ҡыҙыҡһынған бөтә кеше лә команданы күҙәтә, миҙгел башында күптәр команданың лидерҙар араһында булмаясағын да фаразлай. Әммә команда быйыл да Суперкубок өсөн төп конкуренттары – Өфө футболсылары менән осрашты һәм, үҙ ҡапҡаларын ”ҡоро” ҡалдырып, 3:0 иҫәбе менән ҡунаҡтарҙы ышаныслы ҡыйратты. Суперкубок командаға Стәрлетамаҡ футбол яланында уйын бөткәс тә тапшырылды, ә был ваҡиғаны күргән көйәрмәндәрҙең ҡыуанысының сиге булманы.
Көйәрмәндәр тигәс, Стәрлетамаҡ командаһына был яҡтан көнләшерлек, күптәргә ундай фанаттар эләкмәй. Капитан Алексей Кузнецов, уларҙың булыуы, беҙҙе дәртләндереүе командабыҙға тағы ла бер футболсы өҫтәп торғандай, тине. Уның һүҙҙәренсә, көйәрмәндәр бер уйынды ла ҡалдырмай, алыҫ ҡалаларға ла алдан барып, команданы ҡаршы алып, һәр саҡ спортсыларҙы алға, еңеүгә өндәй.
«Команда еңһә, тренер еңелә», тиҙәр. Ысынлап та, шулай. Былтырғы еңеүҙән һуң асылған футболсыларға сит командалар күҙ һалып, быйылғы миҙгелгә төп составтың яртыһы тиерлек башҡа командаға күскән. Төп тренер Альберт Ринат улы билдәләүенсә, быйылғы чемпионатҡа команда йәшәргән. Әйткәндәй, йәштәр һынатмай, ә командаға үтеүе лә еңел түгел, сөнки уйнарға теләүселәр күп. Уйынсылар туп тибеп кенә аҡса эшләй, тип уйлап ҡуймағыҙ, бөтә уйынсылар ҙа футбол майҙансығына эштән һуң сыға, күптәре вахта ысулы менән эшләй. Һәр кем эш көнөнән һуң спорт менән шөғөлләнә ала микән? Шөғөлләнеп кенә ҡалмай, ысын еңеүҙәргә лә өлгәшә бит футболсыларыбыҙ, бына ҡайҙа ул футболға ысын һөйөү!
Матбуғат конференцияһына көйәрмәндәр, фанаттар ғәскәренән дә вәкил килгәйне, ул үҙен Роман тип танытты. Йәш кеше яратҡан футбол командаһының еңеүенә шатлығын һәм ғорурлығын йәшермәне, шулай ҙа көйәрмән күҙлегенән сығып үҫеш юлдарын тәҡдим итте.
– Фанаттар – күбеһенсә йәштәр, күптәр футбол эргәһендә ҡалырға ашыҡмай, сөнки улар ҙур, матур стадионда уйнаған команданы күрергә теләй. Республиканың иң яҡшы командаһына Туймазы, Ишембайҙағы кеүек майҙансыҡтар булһа, футбол тағы ла йәнләнер, һәр осрашыу ҙур байрамға әүерелер ине. Командабыҙ сағыу уйындар күрһәтә, майҙансығыбыҙ ҙа шундай уҡ сағыу төҫлө һәм яңы булһа, йәштәр футбол хәрәкәтенә яҡынайыр ине, – тигән теләген еткерҙе көйәрмәндәр исеменән егет.
Майҙансыҡ мәсьәләһе спорт комитетына ла таныш, уны хәл итеү юлдары ҡарала. Шул уҡ ваҡытта, йәш быуынды үҫтереү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Үҫмерҙәр араһында “Күн туп” турнирҙары үтеп тороуы аҙ, был йәштәгеләр араһында ла айырым команда булдырып, ярыштарға сығарыу кәрәклеге әйтелде. Стәрлетамаҡ ҡала футбол командаһы президенты Елена Николаевна киләсәктә клуб нигеҙендә футбол академияһын асыу һәм профессиональ футболсылар әҙерләү уйы менән дә бүлеште. Шулай ҙа теләге булғандар 3-4 йәшлек ба-лаларын футбол түңәрәгенә йөрөтә, был спорт төрөнә ҡарата ҡалала ихтыяж ҙур, тине тренерҙар.
2018 йылда Рәсәй футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә, был грандиоз сараға 7 ай ғына ваҡыт ҡалды. Ҡала футболсылары алып килгән еңеү донъя кимәлендә булмаһа ла ” Рәсәй – футбол иле” тигән девизды ”Ҡалабыҙ – футбол ҡалаһы” тигән һүҙҙәр менән нығытты.