Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Стәрлетамаҡ өсөн хазина ул

Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын бөртөкләп йыйып һаҡлаусы, яҡлаусы һәм уны килер быуындарға тапшырыусы шәхестәр һәр дәүерҙә лә булған, бар һәм буласаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙы Зөбәйерова Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн бөгөн был йәһәттән ысын хазина.

Халыҡ тарихының иң төбөндә ятҡан гәүһәрҙәрҙе табып, йолаларыбыҙҙы киң тамашасыға еткереү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән был һоҡланғыс ҡатын бер үҙе бер түгел дүрт төркөмгә етәкселек итә! “Ашҡаҙар нағыштары”нда өлкәндәр ижад итһә, “Йөрәктау”ҙа йәштәр сәхнәләрҙе дер һелкетә. “Арман” һәм “Аҡ шоңҡар”ҙа кескәй балалар һәм мәктәп уҡыусылары шөғөлләнә. Төркөмдәрҙең тәүге икәүһе башҡорт халыҡ фольклор ансамблдәре исемен йөрөтһә, һуңғылары уларҙың үксәләренә баҫып килә.
Иң ғәжәпләндергәне һәм һоҡландырғаны шунда: был ансамблдәр ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, ҡалала, республикала йә булмаһа Рәсәй кимәлендә, һәр саҡ гран-при йә иһә беренсе урын яулайҙар. Үҙ эшен бөтә күңеле менән яратҡан шәхес кенә тап ошондай һөҙөмтәгә ирешә лә инде.
Ошо көндәрҙә генә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙына сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Ғәли Ибраһимов исемендәге премия тапшырҙы. Лайыҡлы хеҙмәт тап шулай лайыҡлы баһаланырға тейеш тә.
Читайте нас