Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

СТӘРЛЕТАМАҠТАР ӘҮҘЕМЛЕК КҮРҺӘТТЕ

Стәрлетамаҡ халҡы Рәсәй Президентын һайлауға етди ҡараны. Иртәнге 10.00 cәғәттә һайлаусыларҙың 4,97 проценты тауыш биргәйне. Артабан һайлау участкаларына халыҡтың күпләп ағылыуы күҙәтелде. Билдәле, иртәнге сәғәттәрҙә башлыса оло быуын килә.

– Иртән үк һайлап, бер юлы магазинға инеп, бөтә эштәремде тамамлап ҡуйырға күнеккәнмен, –ти Валентина Ивановна.
– Һайлауҙарға мотлаҡ барырға кәрәк, ил киләсәге кандидаттар өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн дә мөһим, кәрәкле. Шуға һәр кем тауыш бирергә бурыслы, – тип һүҙгә ҡушылды Марат Йәғәфәр улы.
Был көндө ҡалала 120 һайлау участкаһы эшләне, шуның 6-һы - ябыҡ типтағы (дауахана һәм тәфтиш изоляторҙары). Тауыш биреүселәр - 202 270 кеше. Һәр участкаға уртаса 5-6 күҙәтеүсе беркетелгән. Әйткәндәй, стәрлетамаҡтар буласаҡ Рәсәй Президенты кандидаттары өсөн тауыш биреү менән бер рәттән «Заманса ҡала мөхите» проекты буйынса ла тауыш бирҙе. Йәмғеһе 5 биләмә тәҡдим ителгән. Ҡайһы биләмә проект сиктәрендә ремонтланасаҡ – быны тауыш биреп, ҡала халҡы хәл итә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һайлау көнөндә стәрлетамаҡтар троллей-бустарҙа бушлай йөрөнө.
* * *
Рәсәй Президентын һайлау йәмғиәттең берҙәм булыуын һәм ғәмәлдәге дәүләт башлығы курсын яҡлауҙы күрһәтте, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, үткән һайлауға йомғаҡ яһап.
– Ғәмәлдәге президент Владимир Владимирович Путин бер һүҙһеҙ еңеп сыҡты. Һөҙөмтәләр бик юғары, республикабыҙҙа – 77,7 процент. Башҡортостанда ҡалалар ҙа, ауыл халҡы ла Владимир Владимировичты, уның сәйәсәтен, уның һуңғы алты йыл дауамындағы эшен әүҙем яҡланы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Илдә халыҡтың 67 проценттан ашыуы һайлауҙа ҡатнашҡан, был – бөтә властың, йәмәғәтселектең, сәйәси партияларҙың ҙур эш һөҙөмтәһе.
Һайлаусылар түбәндәгесә
тауыш биргән:
Бабурин С.Н. — 0,69%
Грудинин П.Н — 12,09%
Жириновский В.В. — 5,03%
Путин В.В. — 77,69%
Собчак К.А. — 1,26%
Сурайкин М.А. — 0,89%
Титов Б.Ю. — 0,69%
Явлинский Г.А. — 0,84%.
Һайлау көнөндә участкаларҙа 11 993 күҙәтеүсе, 104 мең мәғлүмәт сараһынан 250 журналист булған.
Һайлау кампанияһы башланғандан алып 80 мөрәжәғәт килгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был мөрәжәғәттәрҙә һайлау ҡануниәтен боҙоу теркәлмәгән.
Читайте нас