Сталинград яуында генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының батырлыҡтары тураһында ла тарихтан яҡшы таныш. Үлемдең күҙенә ҡарарға ҡурҡмаған башҡорт батырҙары хәл иткес яуҙа ҡатнашып, Бөйөк Ватан һуғышында мөһим роль уйнай. Һәр бәрелештең эстәлеге айырым иғтибарға лайыҡ. Ләкин ҡоро һандарға туҡталғанда ғына ла, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы ярылып ята. Мәҫәлән, 1943 йылдың февраль айындағы дошман тылына рейдҡа иғтибар итәйек: дивизия 400 саҡырым ара үтеп, 3 мең дошман һалдатын, 56 танк, 6 самолет, 6 мең автомашинаһын юҡ итә. 5 ҡорал, 8 аҙыҡ-түлек складын ҡулға төшөрә һәм 2 мең һалдат-офицер әсирлеккә алына. Ә күпме кеше дошмандан азат ителгән?!
Үкенескә ҡаршы, был рейд беҙҙең дивизия өсөн дә юғалтыуҙарһыҙ үтмәй, һалдаттар, офицерҙар һәм етәкселәре Шайморатов үҙе башын һала.
Башҡорт атлыларының һуғыш мәлендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн бихисап орден-миҙалдар тапшырыла. Улар хәрби төркөмдәр араһында иң күп наградалар алғанын да онотмайыҡ!
Ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарына, ғөмүмән, Сталинград яуына быйыл – 75 йыл. Ошо айҡанлы ил кимәлендә төрлө саралар үтә. Башҡортостандан яҡташтарыбыҙ данлыҡлы дивизия эҙҙәренән йөрөй, уның исемен мәңгелләштереүгә арналған сараларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Азамат Асаинов бер төркөм делегация составында юлға сыҡты. Ул Миң-леғәли Шайморатовтың яу юлынан Волгоград, Ростов ҡалаларында йөрөй.
– Был сәфәр минең өсөн бик тулҡынландырғыс, тыныс ҡына йөрөү, тыныс ҡабул итеү мөмкин түгел, һәйкәлдәргә сәскәләр һалғанда яугирҙәребеҙҙең рухтары алдында баш эйеп, ҡурайҙа “Урал”ды уйнаным, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Азамат телефон аша.
Федерация Советында Волгоград өлкәһенән вәкил булып тороусы, яҡташыбыҙ, Стәрле-тамаҡ ҡыҙы Татьяна Лебедева шулай уҡ тарихи сараларҙа ҡатнаша һәм Башҡортостандан килгән вәкилдәрҙе ихлас ҡабул итеп, уларҙы оҙатып йөрөй.
Һуғыш йылдары йыраҡлашҡандан-йыраҡлаша, ветерандар ҙа күҙгә күренеп һирәгәйә, әммә шуныһы хәҡиҡәт: күпме генә аралар йырағаймаһын, хәтер, хөрмәт һәм дан мәңге йәшәйәсәк һәм беҙҙән йыраҡлашмаясаҡ!