– Һәр эш алдынан һүҙ була, идея, шәхсән һинең күҙҙәреңдә был осҡон ҡасан тоҡанды һуң?
– Уҡтан атыу менән бала саҡта ҡыҙыҡһына инем, тик был шөғөл уйын ғына булып ҡалды. Ныҡлап быйыл ата башланым. Аңлауығыҙса, тыуған ауылыма ҡайтҡан мәлдәрҙә генә башҡарыла. Ҡалала уҡтан атыу өсөн шарттар тыуҙырыу ҡатмарлы йәки мәшәҡәтле тип әйтһәк тә хаталанмаҫбыҙ, әммә башҡарып сыҡмаҫлыҡ эш түгел. Ошолар хаҡында күптән уйланып йөрөй инем инде. Мәргән уҡсыларҙың әле был еңеүҙәре, әле теге бәйгеләре республикала киңәйеүе идеяны тағы ла нығыраҡ көсәйтеп ебәрҙе.
Икенсенән, мин әҙәбиәт уҡы-тыусыһы, ә әҙәбиәт – яҙыусыларҙың биографияһын, әҫәрҙәрҙең эстәле-ген белеү генә түгел, ул халыҡ философияһы, мәҙәниәте, тарихы ла. Шуға йәйәгә тотоноуым ниндәйҙер ят шөғөлгә тап булыуым түгел, был – һөнәремдең бер өлөшө.
Көҙ көнө Красноусолда “Төньяҡ амурҙары”на һәйкәл асылды. Был, төптән уйлап ҡарағанда, Афған һуғышы, сик һаҡсылары ветерандары, ябай халыҡтың үҙ көсө менән башҡарып сыҡҡан ҙур һәм сауаплы эше. Нәҡ ошо изге ғәмәлдең тантанаһынан һуң Күрпәс бей рухына бағышлап, уҡсылар бәйгеһе үтте. Шул бәйгелә мин дә көсөмдө һынап ҡараным.
Был саранан һуң сәмләнеп китеп, уҡсыларҙың эш алымын һәм, әлбиттә, оҫталыҡҡа өйрәнә башланым. Бер аҙ тәжрибә бар, уҡтан атырға яратам, ә ниңә ҡалабыҙҙа йәшәгән башҡорт егет-ҡыҙҙарында ла ошо шөғөлгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятмаҫҡа, тигән уйға килдем. Кинәнеп үҙең дә шөғөлләнәһең, башҡаларҙы ла белгәнеңә өйрәтәһең – насармы ни?
– Башлаған эшеңде еренә еткереүҙә шикләнеү мөмкин түгел, ә бына түңәрәк ҡайҙа ойошторолор, кемдәр йөрөр һуң, ғөмүмән, йөрөүселәр тиҙ табылырмы?
– Үҙем БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡытыусы булараҡ, түңәрәк тә нәҡ әлеге вуз нигеҙендә асыласаҡ. Спорт залын көйләү, ҡорамалдар буйынса эш алып барыла. Контингентҡа килгәндә, әле ауыҙҙан һүҙ сыҡмаҫ элек үк шөғөлләнергә теләүселәр табылды ла инде. Милли шөғөлдәребеҙ менән ихлас рәүештә ҡыҙыҡһынған студент йәштәр барлығы – ҡыуаныслы хәл.
– Түңәрәктең ниндәй үҙенсәлектәре буласаҡ?
– Тәү сиратта студенттарҙы һәм мәктәп уҡыусыларын саҡырырға теләйем, ә уларҙан киләсәктә команда төҙөп, төрлө ярыштарға йөрөргә тигән хыял да бар. Уҡтан атыу оҫталығының серҙәренә генә төшөндөрөү түгел маҡсатым, ә ҡалала милли мөхитте көсәйтеү.
Һабаҡ биреүгә килгәндә, Өфө, Бөрйән яҡтарынан оҫталар саҡырырға тигән пландар бар. Мәҫәлән, мәргән уҡсылар тиһәң, тәү сиратта Юлбирҙиндар фамилияһы иҫкә төшә. Мәргән уҡсыларҙы күреү түңәрәккә йөрөүселәрҙе сәмләндермәй ҡалмаҫ, тип уйлайым. Күптән түгел “Мәргән уҡсы” клубының әүҙем ағзаһы Фиҙан Сәғитов БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында студенттарға һәм уҡыусыларға үҙенең һабаҡтарын биреп өлгөрҙө лә инде.
– Белеүемсә, бәйгеләрҙә ҡатнашҡанда уҡсылар-ҙан милли тарихи кейемдә булыуҙарын талап итәләр. Дресс-код, әлбиттә, мөһим нәмә. Тик бына махсус милли кейем тектереү елкәгә арыу ғына сығым өҫтәй, унан бит бер йәйә эшләтер өсөн дә кәм тигәндә биш-ун мең һум аҡса кәрәк, уҡтары, залды ҡуртымға алыу... Гәзит уҡыусылар араһында “нәмәгә кәрәк ул” тип әйтеүселәр табылыуына, иманым камил.
– Күңелгә ятҡан һәр шөғөл менән йәшәр өсөн дә аҡса кәрәк: ниндәйҙер эстрада төркөмөнөң фанаты булып, концерттарына йөрөйһөңмө – сығым, балыҡсыға ла ҡармаҡ, ашлама кәрәк, һанай-һанай осона сығырмын тимә. Ә бында милли асылыбыҙ, рухи хазинабыҙ, тарихта онотола барған уҡтан атыу шөғөлө хаҡында һүҙ бара! Минеңсә, ошондай (бөйөк тип тә атаһам хаталанмаҫмын) күренештәр хаҡында уйланғанда тик сығымдарҙы ғына уйлап эш итеп булмай. Әйтергә кәрәк, ҡаҙаҡтар-ҡырғыҙҙар күптән үҙҙәренең ошондай шөғөлдәрен тергеҙеп, милли, ил кимәлдәрендә үҫтерә, ә беҙ шул ваҡытта тел ҡыҫырыҡлана тип лаф орабыҙ. Һуң уҡтан атыу менән шөғөлләнмәгәс, ул бит ҡасандыр юғалған... Уҡтан атыуҙы ла, тағы башҡа бик күп милли һыҙаттарыбыҙҙы ла тергеҙәһе бар әле беҙгә.
– Уҡтарың да, һүҙҙәрең дә сәпкә тейә, Айнур. Әңгәмәң өсөн рәхмәт һәм уңыштар теләп ҡалам.