Ҡала хакимиәтендә ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә тап балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һөҙөмтәләре, лагерҙарҙы заманса камиллаштырыу, яңы проекттар өҫтөндә эшләү тураһында һүҙ барҙы. Унда сенатор, Рәсәй Федерация Советы Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Николаевич Изотов ҡатнашты. Һөйләшеү барышында юғары вазифа биләгән ҡунаҡтар балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләләрен Стәрлетамаҡта ғына түгел, тотош ил кимәлендә хәл итергә, тәҡдимдәр индерергә мөмкинлек бирҙе.
Сара барышында йәйге каникул осоронда йыш осраған сетерекле мәсьәләләр күтәрелде: лагерҙарҙы лицензиялау, кадрҙар әҙерләү, матди-техник базаны яңыртыу. Шулай уҡ йәйге ялға юлламалар һатып алыу ысулын үҙгәртергә, уның урынына дәүләт сертификаты индерергә тәҡдим ителде. Сертификаттар булһа, балалар Рәсәйҙең теләгән лагерында ял итә һәм шифаханала һаулығын нығыта аласаҡ. Шулай уҡ ата-әсәләргә, сертификатҡа аҡса өҫтәп, үҙҙәренә оҡшаған ял йортон һайлау мөмкинселеге буласаҡ.
Стәрлетамаҡ буйынса ҡала мә-ғариф бүлеге начальнигы Михаил Григорьев ҡала яны һауыҡтырыу лагерҙары, балалар шифаханалары, мәктәп эргәһендәге көндөҙгө лагерҙар, мәғариф учреждениелары нигеҙендә эшләгән хеҙмәт берләшмәләре һәм профилле лагерҙар тураһында һөйләп үтте. Етәкселәрҙе бигерәк тә хәрби-спорт йүнәлешле «Юнармеец» лагеры ҡыҙыҡһындырҙы. Бындай ла-герҙарҙы башҡа ҡалаларҙа ла асыу кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы.
Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов иһә балаларға беҙҙең ҡала яны лагерҙарын һайларға кәрәклеге һәм ял итергә ситтән килеүселәр артһын өсөн проектты камиллаштырыу өҫтөндә эш алып барылыуы тураһында бәйән итте. Ул шулай уҡ «Салют» лагерын төрлө тематикалы сменалары булған республикалағы өлгөлө лагерҙар рәтенә күтәреү, Сочиҙағы «Сириус» белем биреү үҙәгенә оҡшатып үҙгәртеү теләге менән уртаҡлашты.
Ултырыштан һуң ҡунаҡтар «Аҡсарлаҡ» һәм «Салют» йәйге һауыҡтырыу лагерҙарына барып, ундағы корпустар менән танышып, балалар ял иткәндә күрһәтелгән мөмкинлектәрҙе баһаланы.