Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Стресҡа ҡаршы тороп буламы?

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ғалимдары стресҡа ҡаршы инновацион программа уйлап сығарған.

Барлыҡ бәхәсле һәм хәл ителмәгән мәсьәләләр стресҡа бәйле, тип иҫәпләй БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ғалимдары. 10 йылдан ашыу альфа-стимуляция мөмкинлектәрен өйрәнеп, баш мейеһе эшен психофизиологик яҡтан төҙәтеү ысулын, йәғни стресҡа ҡаршы “Альфа-ритмы” нейроакустик программаһын уйлап тапҡан улар.
Был ысул көсөргәнешле хәлдән сығыу өсөн ҡулланыла. Уның ярҙамында иғтибарһыҙлыҡтан, хәтерһеҙлектән, аутизм һәм ҡурҡыуҙан ҡотолорға мөмкин. Филиалдың эксперименталь пси-холого-педагогик лабораторияһы клиенттары араһында шулай уҡ ҡаты сир менән яфаланыусылар, мәҫәлән, ДЦП, баш һәм арҡа һөйәге йәрәхәтләнеүселәр бар.
– Программа мейеләге альфа тулҡындарҙы коррекциялауға нигеҙләнгән. Уның мейелә етешмәүе көсөргәнеште һәм ҡурҡыу тойғоһон арттыра, – тип һөйләй психолог-консультант, лабораторияның ассистенты С. Царев. – Шунлыҡтан беҙ альфа-стимуляция үткәрергә тәҡдим итәбеҙ, икенсе төрлө әйткәндә, кешенең мускулдар эшмәкәрлеген бер аҙ кәметеүгә ирешәбеҙ. Был бер нисә этаптан тора: диагностика үткәреү, коррекциялау программаһын ана-лизлау һәм әҙерләү.
“Альфа-ритмы” программаһы – рәсми теркәлгән яңы ысул. Әйткәндәй, 2006 йылда уҡ психология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы Уразаева һәм психология фәндәре кандидаты Камил Фаат улы Уразаев уны уйлап сығарыуға патент алған. Сит илдә лә, Рәсәйҙә лә программаның аналогы юҡ. Был ысулды ҡулланғанда физиологик кимәлдә мейенең эшмәкәрлеге яҡшыра, фекерләү ҡеүәһе яйға һалына.
Бөгөнгө көндә был ысулды Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Краснодар, Тольятти, Өфө, Салауат ҡалалары лабораторияларында ҡулланалар.
Ә БашДУ-ның Стәрлетамаҡ фи-лиалында эксперименталь лабора-торияла һәр клиент менән айырым эш алып барыла. Лаборатория “Ступенька в школу” бәләкәй инновацион предприятие” йәмғиәте ҡарамағында.
Читайте нас