Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Сысҡан ауырыуынан һаҡланығыҙ!

Тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уяна. Кешеләр ял итергә ҡырға сыға башлай. Ҡайһы районда сысҡан сире йышыраҡ таралған? Бөгөн һүҙебеҙ ошо хаҡта.

Роспотребнадзорҙан хәбәр итеүҙә-ренсә, үткән йыл геморрагик сысҡан сире йоҡтороп ауырыусылар республиканың 45 районында һәм 7 ҡалала теркәлгән. Барлығы 1305 осраҡ булған. Был – үткән йылға ҡарағанда 7 процентҡа кәмерәк. 17 йәшкә тиклемге 54 бала ауырыған, йәғни 2016 йыл менән сағыштырғанда 12 кешегә аҙыраҡ.
Сирләү осраҡтарының юғарыраҡ күрһәткестәре Асҡын, Балтас, Борай, Благовещен, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Крас-нокама, Нуриман, Тәтешле, Яңауыл райондарында теркәлгән. Өфөлә 489 кеше зарарланған. Дим, Калинин һәм Октябрь райондарында йәшәүселәр күберәк теркәлгән.
Анализдарҙан асыҡланыуынса, сысҡан ауырыуын урманлы ерҙә күберәк йоҡторғандар. Сирҙе эләктереүҙең сәбәбе күбеһенсә туризм, һунар, балыҡ тотоу, еләк йыйыу, бәшмәк йыйыу, бесән әҙерләү, утын ҡырҡыуға бәйле. Ул 60,5 процент тәшкил итә, ә бына шәхси секторҙа йәшәүселәр араһында сирләүселәр – 32 процент.
Сысҡан ауырыуына ҡаршы вакцина-лар юҡ, сирҙе иҫкәртеүҙең төп ысулы – кимереүселәрҙе юҡ итеү һәм гигиена талаптарын үтәү.
Яҙын баҡса йорттарына барыу менән иҙәндәрҙе һәм ундағы һауыт-һабаны 3 процентлы хлорамин иретмәһе менән йыуырға, йоҡлау өсөн түшәкте ҡояшҡа сығарып киптерергә кәрәк. Йыйыштырған ваҡытта респиратор кейергә, аҙаҡ бит-ҡулдарҙы һабынлап йыуырға кәрәк. Урман-да йөрөгәндә үләнде йәки йыуылмаған еләкте ауыҙға ҡаба күрмәгеҙ. Шулай уҡ тәбиғәттә тәмәке тартыу арҡаһында ла сир йоҡтороуығыҙ ихтимал.
Читайте нас