Башҡортостан былтырғы күрһәт-кестәр менән сағыштырғанда 9 позицияға төшөп, был исемлектә 30-сы урынды биләй. Ә 2015 йылда 19-сы урында ине. Белгестәр төбәктәрҙе 6 критерий буйынса баһалаған: үлеүселәр һаны; “алкоголизм” диагнозы менән ауырыусылар һаны; иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һаны; төбәктә һатылған алкоголь эсемлектәр күләме; этил спиртының һәм алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнеше менән бәйле хоҡуҡ боҙоуҙар; шулай уҡ төбәк ҡануниәте үҙенсәлектәре.
Асыҡланыуынса, Башҡортостан иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр буйынса Рәсәйҙә лидерҙар рәтендә килә. Шуның өсөн дә рейтингта һуңғы урындарҙы биләй.
Рәсәйҙә иң айыҡ төбәктәр рәтендә Чечня, Дағстан, Ингуш, Ҡарасәй-Черкес республикалары булһа, ә Магадан өлкәһе, Ненец автономиялы округы, Бүрәт Республикаһы һәм Чукотка иң күп эсеүсе төбәктәр тип табылған.