Бындай сара, ғәҙәттәгесә, йыл да үткәрелеп тора. Быйыл да ата-әсәләр, әүҙем ҡатнашып, фантазияға бай, оҫта икәнлектәрен иҫбатланы. Күренеп тора, барлыҡ эштәр ҙә ихлас күңелдән башҡарылған. Айырыуса, йыл да ҡатнашып килгән Хәлитовтарҙың, Журав-левтарҙың, Маловтарҙың, Ғил-мановтарҙың “Көҙгө кәйеф”, ”Күңелле дуҫтар”, “Көҙ ҡунаҡҡа килгән”, “Чебурашка һәм Крокодил Гена” исемле эштәре маҡтауға лайыҡ. Был эштәр сағыулығы һәм башҡарыу оҫталығы менән айырылып торҙо.
Күргәҙмә ата-әсәләрҙә лә,
балаларҙа ла бик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырғандыр. Сөнки эштәрҙе байҡағанда, хатта уҫал ҡарашлы, эштән арып ҡайтып килгән ата-әсәләрҙең дә йөҙөндә йылмайыу, һоҡланыу күренде. Ә күҙҙең яуын алырҙай күргәҙмәлә тап үҙҙәре әҙерләп килтергән эште күреү – балалар өсөн ҙур ҡыуаныстыр ул!
Күмәк көс менән ойошторолған ошондай конкурстар тәрбиәселәр, балалар һәм ата-әсәләр араһында яҡшы мөнәсәбәт булдырыуға, үҙ-ара аңлашып хеҙмәттәшлек итеүгә ыңғай тәьҫир итә. Барлыҡ ата-әсәләр ҙә, һис шикһеҙ, талантлы, уларҙың түҙемлелегенә, иҫ киткес фантазияһына һоҡланмау мөмкин түгел. Оҫта ҡулдар менән тәбиғәт байлыҡтарынан һынландырылған әкиәт геройҙары, матур-матур эштәр көҙҙөң әкиәттәгеләй тылсымлы, муллыҡ осоро икәнлеген иҫбатланы.