Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Тәбиғәтте һаҡлау – үҙебеҙҙе яҡлау

Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәгендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының сираттағы ултырышы уҙҙы. Ойошманың етәксеһе Зөлфиә Йәғәфәрова башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. – Иң шатлыҡлыһы, – тине ул, – Карл Маркс урамында бәләкәй генә булһа ла үҙ мөйөшөбөҙ бар. Башҡорт йәмәғәт ойошмаларына тәғәйенләнгән был бинала хәҙер ҡоролтай ағзалары, беҙҙең ойошма һәм ағинәйҙәр берҙәм эшләйбеҙ. Республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашып, еңеү яулап тороуыбыҙ – бының асыҡ миҫалы.

Был әйтелгәндәрҙе раҫлағандай, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова ҡала һәм республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ ул декабрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының съезы көтөлөүе тураһында хәбәр итте, унда ҡалабыҙҙан ике делегат һәм ун ҡатын-ҡыҙ ҡунаҡ итеп саҡырылыуы мәғлүм булды.
Сарала педагогия фәндәре докторы, профессор Вилә Баймырҙина, юридик фән-дәр кандидаты, доцент Минзәлә Дәүләтова, психология фәндәре кандидаты, доцент Рәмзиә Рәжәпова ғаилә мөнәсәбәттәре, тәрбиә, хоҡуҡ һәм торлаҡ мәсьәләләре буйынса бушлай консультация үткәрҙе.
Артабан Тәбиғәтте һаҡлау йылына ар-налған әҙәби-музыкаль кисә дауам итте. "Кеше – тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ул тәбиғәттән башҡа бер генә көн дә, бер генә сәғәт тә, бер генә минут та йәшәй алмай, уға һыу, һауа, аҙыҡ-түлек, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ кәрәк. Шуға күрә тәбиғәткә мөнәсәбәт һаҡсыл, мәрхәмәтле булырға тейеш", – тип башланды “Тәбиғәтте һаҡлау – үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау” – тип исемләнгән шиғриәт кисәһе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа тәбиғәткә ҡарата битарафлыҡ күҙәтелә. Ә инде эсер һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ яраҡһыҙға әйләнгәс кенә, ниһайәт, кешелек донъяһы был турала уйлана башланы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ” поэмаһында тыуған Атайсалыбыҙҙы яҡлау, уның һыуын һаҡлау үҙ иңебеҙҙә икәнен онотмаҫҡа саҡыра. Поэманан өҙөктө ҡалабыҙҙың Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы китапханасыһы Гүзәл Шәмиғолова ҙур оҫталыҡ менән уҡып ишеттерҙе. Сарала ҡатнашҡан шағирәләр Эльмира Сәсәнбаева, Вилә Баймырҙина, Римма Ғәлимова экология темаһын һәр ҡайһыһы үҙенсә асты. Сараны музыкаль йәһәттән “Ашҡаҙар нағыштары” солисы Зинур Сәлимов һәм “Арман” балалар фольклор төркөмөнән Рәфис Ибәтуллин биҙәне.
Китапханасылар ойошторған викторина һорауҙарына яуап биреү, тәбиғәт күренештәренә бағышланған мәҡәл- әйтемдәр, һынамыштар менән уртаҡлашыу ҙа бик фәһемле булды. Алып барыусының:
Ер-һыуыбыҙ имен булһын,
Имен торһон тау-таштар.
Тыуған ерҙең ҡәҙерен белеп,
Шат йәшәгеҙ, яҡташтар! – тип мөрәжәғәт итеүе кәйефтәрҙе күтәрҙе. Ә инде тәбиғәтте вәхшиҙәрсә тәләфләүгә сик ҡуйыу – һәммәбеҙҙең изге бурысы булһын, сөнки Ер-әсәбеҙ йәшле күҙҙәре менән ярҙам һорап беҙгә төбәлгән. Ер яҙмышы беҙҙең ҡулда булыуын бер ҡасан да онотмайык!
Читайте нас