Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Тәфтиләү һындыра алмаған рух

1736 йылдың 24 ғинуарында бер ғәйепһеҙгә яндырылған Һөйәнтөҙ ауылы фажиғәһенә бағышлап, милләттәштәребеҙ рухына йыл һайын ҡорбан салына.

Башҡорт халыҡ йырҙары... Уларҙың ҡайһыһын ғына алып ҡараһаң да – һәр береһендә халҡыбыҙҙың тетрәндергес яҙмышы, ата-баба-ларыбыҙҙың иленә, еренә сикһеҙ тоғролоғо, сал тарихтың төпкөлөнән урғылып сыҡҡан тәрән һағышлы моң ята. Дәүерҙәрҙән-дәүерҙәргә тере һәйкәл булып күсә килгән рухи хазиналарыбыҙҙың бөгөнгәсә йәшәп килеүе халҡыбыҙҙың һынмаҫ рухлы булыуы тураһында һөйләй.
Бөгөн һүҙебеҙ – бынан өс бы-уатҡа яҡын ваҡыт элек сығарылған “Тәфтиләү” йыры тураһында.
Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан хәҙерге Асҡын районы ерҙәрендә күпме ҡан ҡойош булғандыр, Хоҙай үҙе генә белә. Әммә шуларҙың иң ҡанһыҙы – 1736 йылдың 24 ғинуарында гөрләп торған ауылды бер төн эсендә көл-күмергә ҡалдырған Һөйәнтөҙ фажиғәһе әле булһа онотолмаған. Себер даруғаһы Балыҡсы улысына ҡараған Һөйәнтөҙ ауылын Тәфкиләүҙең карателдәр ғәскәре туҙҙыра. Улар ауылды үртәй, ололарҙы ла, бала-сағаны ла аямай, бер меңдән ашыу кешене тереләй утта яндыра.
Суҡындырылған мырҙа Ҡот-ломөхәмәт Мамешев (христиан диненә күскәс –Тевкелев булып китә) башҡорт ауылдарын яндырып дан-шөһрәт ҡаҙана, генерал-майор исеменә үрләй, бүләккә крепостной крәҫ-
тиәндәр менән ауылдар, имение-лар ала. Түрәлек менән маһайып көн итә. Уның улын Осип Тевкелевты Пугачев яуында Алдар батырҙың ейәне Ҡаранай батыр аҫып үлтерә.
Ҡатындарҙы, балаларҙы йырт-ҡыстарса үлтереп үсен ҡандырған палач Алексей Тевкелев – Тәфтиләүгә мәңгелек ҡарғыш һаҡлана.
Һөйәнтөҙ ауылы ошо фажиғәнән һуң башҡа тергеҙелмәй. Ул әлеге Асҡын районы Солтанбәк ауылы тирәһендә урынлашҡан булған. «Тәфтиләү» йыры ошо яҡтарҙа сығарылғандыр, моғайын.
1996 йылда был ерҙә бейек стела ҡуйылған, унда “Тәфтиләү” йырынан өҙөк яҙылған:
“...Ташҡайҙарға соҡоп, яҙҙым ҡарғыш —
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта”.
Читайте нас