Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Өҫтәмә белем биреүҙең төрлө юлдары бар

А.П.Гайдар исемендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында “Өҫтәмә белем биреү системаһында йолалар һәм инновациялар” тип аталған республика семинар-практикумы уҙҙы.

Сара балаларға өҫтәмә (мәктәптән тыш) белем биреү дәүләт системаһының 100 йыллығына һәм Ирекмәндәр йылына бағышланды. Уны БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы психология-педагогия кафедраһы һәм Пионерҙар һарайы уҡытыусылары ойошторҙо. Тәжрибә уртаҡлашырға Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Әбйәлил, Федоровка, Ауырғазы, Ғафури райондарынан да уҡытыусылар килгәйне. Уларға Пионерҙар һарайы базаһындағы ижади төркөмдәр, оҫтаханалар, студиялар буйлап экскурсия ойошторолдо. Барыһы 7 майҙансыҡ күрһәтелде. “Балалар телеканалы” ижади оҫтаханала балалар журналистика менән шөғөлләнһә, “Робот техникаһы” түңәрәгендә малайҙар бәләкәйҙән үк робот яһарға һәм программалар төҙөргә өйрәнә. “Ҡул эштәре” түңәрәге үҫеп килеүсе быуынды биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрҙәренә йәлеп итһә, “Музыкаль фантазия” ижади төркөмөндә йыр-моңға юл асыла. Бынан тыш, мультипликация студияһы ла эшләп килә. Өҫтәмә белем алған балалар үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарай һәм күңеленә ятҡан шөғөлдө һайлай ала.
Ҡалала бик күп түләүле түңәрәктәр эшләй. Хаҡтар ҙа төрлөсә. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер китапханаларҙа ла балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө түңәрәктәр асыла. Мәҫәлән, балалар модель китапханаһында “Серле устар” һәм “Йәш конферансье” түңәрәктәре бар. Балалар тиҙ арала үҙенсәлекле ҡул эштәре яһарға өйрәнде. Ә күптән түгел уҙғарылған Яҙ байрамында, улар тәү тапҡыр ҡулдарына микрофон алып, классиктарҙың, хәҙерге авторҙарҙың шиғырҙарын ҙур оҫталыҡ менән ата-әсәләренә, өләсәй-олатайҙарына уҡып ишеттерҙе. Бында мауыҡтырғыс уйындар ҙа ойошторолдо. Иң мөһиме, түңәрәккә йөрөгән балаларҙың эш һөҙөмтәһе күренде.
Ә бына Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәгендә “Оҫта ҡулдар” һәм “Башҡорт теле” тип аталған түңәрәктәрҙең бушлай үткәрелеүен күптәр белмәйҙер әле. Йәкшәмбе көн ойошторолған был түңәрәктәрҙең тәүгеһенә мәктәп уҡыусылары йәлеп ителһә, башҡорт телен өйрәнергә өлкәндәр ҙә теләк белдергән. Ҡыҫҡаһы, һәр кем йөрәккә ятҡан шөғөл һайлай ала!
Читайте нас