Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Тәмле лә, файҙалы ла

Бөгөн беҙ томат һутының файҙалы үҙенсәлектәре тураһында һөйләмәксебеҙ. Белгестәр раҫлауынса, башҡа һуттарҙан айырмалы булараҡ, уға тәмләткестәр, консерванттар ҡушылмай. Күпселек емеш-еләк, йәшелсә һуттары менән сағыштырғанда, томат һуты түбән калориялы - 100 грамм продуктта 20 ккал. самаһы. Шуға ул төрлө диеталарҙа уңышлы компонент булып тора. Томат һуты ҡандағы шәкәр кимәлен кәметә һәм уны рәсми рәүештә шәкәр диабеты йәки артыҡ һимеҙлектән яфаланыусыларҙың диетаһына индерәләр.

Витаминдарға бай

Томат һуты B төркөмөндәге витаминдарға, бета-каротин (А провитамины), C, PP һәм E витаминдарына бай. Уның составында шулай уҡ тимер, баҡыр, марганец, кальций, калий, фтор, хром, фосфор, көкөрт, селен, молибден, никель, хлор һәм бор бар.

Бындай минераль һәм биологик актив матдәләр йыйылмаһы ысынлап та уникаль, һәм улар организмға бик кәрәкле. Томат һутын даими эсеү матдәләр алмашыныуын яйға һала, авитаминоз булғанда эсергә кәңәш ителә.

Холестерин кимәлен төшөрә

Томат һутында ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшыртыусы күҙәнәклектәр күп. Үҫемлек епсәләре организмға ҡан тамырҙарын тығылдырыусы һәм йөрәк ауырыуҙарына килтереүсе «яман» холестериндан арынырға ярҙам итә.

Организмдан

токсиндарҙы сығара

Юғарыла һанап үтелгән файҙалы үҙен-сәлектәрҙән башҡа, был һут бауыр һәм бөйөр эшмәкәрлеге өсөн шифалы булған көкөрт һәм хлор берләшмәләренә бай, шуға күрә уны организм ағыуланғанда эсергә ҡушалар.

Продукт еңелсә һейҙек ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә, ә кәбеҫтә һуты менән ҡушып эскәндә (1:1 нисбәтендә) үттәге ташты ҡыуырға булышлыҡ итә.

Йөрәк һәм ҡан тамырҙарын нығыта

Томат һуты йөрәк-ҡан тамырҙарын нығытыусы B6 витаминына бай. Шуға был эсемлек тромбоздан һаҡлай. Уны варикоз, гипертония һәм стенокардия ауырыуҙарынан, шулай уҡ миокард инфарктынан эсәләр.

Эсәктәргә ыңғай йоғонто яһай

Томат һуты аш һеңдереүҙе һәм матдәләр алмашыныуын яйға һала. Эсемлек үт ҡыуыу, бактерияларға ҡаршы тороу үҙенсәлектәренә эйә, уны бөйән ауырыуынан һәм ашҡаҙандың түбән кислоталылығы булғанда эсергә ҡушалар.

Яман шеш ауырыуҙарынан һәм

иртә ҡартайыуҙан һаҡлай

Томат һутында иң көслө антиоксиданттарҙың береһе булған ликопин бар. Был матдә организмды иртә ҡартайыуҙан һаҡлай, яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә. Томат һутын даими эсеү аналыҡта, ашҡаҙан, йыуан эсәк, үпкә, ирҙәрҙең енес биҙе һәм йоҡолоҡ биҙендә яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.

Тәмле лә, файҙалы ла, кәйефте лә күтәреп ебәргән томат һутын күптәр яратып эсә.
Читайте нас