Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

«ТӨНЪЯҠ АМУРҘАРЫ» – ЙӘНӘ РЕЙН ярында

Голландияла 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына һәйкәл асылды. Был мөһим ваҡиға Нидерланд Короллеген Наполеондан азат итеүгә 205 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән фестиваль көндәренә тура килде.

Ҡурҡыу белмәҫ башҡорт атлыларын Европа кешеләре “төньяҡ амурҙары” тип нарыҡлай. Уларҙың ике быуат элек күрһәткән батырлыҡтарына әле һаман рәхмәтле булған европалылар юбилей уңайынан Нидерландта Башҡортостан мәҙәниәте көндәре уҙғарҙы.
Наполеон һөжүме йылдарында Голландия ере баҫып алына. Ә бит фәҡәт рус армияһы арҡаһында ғына Нидерландтар үҙенә ирекле короллек статусын ҡайтара алған. Бында мөһим ролде беҙҙең милләттәштәребеҙ – ябай башҡорт атлылары уйнай.
Башҡорт һуғышсылары алдында ҡатмарлы мәсьәлә тора – көслө ағымлы Эйссел йылғаһын аша сығыу. Улар генерал Александр Бенкендорф етәкселеге аҫтында, кәмәләрҙән понтонлы күпер төҙөп, Амстердамды азат итә. Ошонан һуң Нидерландтар бойондороҡһоҙлоҡҡа ирешә. Был ваҡиғалар тураһында иҫтәлектәр Вийе ҡалаһында әле лә һаҡлана. Ә 205 йылдан һуң унда йәнә башҡорт теле яңғыраны!
Нәҡ быйыл Голландия 205 йыллыҡ юбилейҙы ҡолас йәйеп уҙғарырға булған һәм был мөһим ваҡиғаға илде ҡасандыр баҫҡынсыларҙан азат иткән батырҙарҙың вариҫтарын саҡырған. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар араһында урындағы меценат Юрн Буйсман да бар. Ул - башҡорт яугирҙарын ҡаршы алған һәм улар тураһында матур хәтирәләр һаҡлаған бургомистр Вийе вариҫы.
Хеердэ һәм Вийе муни-ципалитеттары тағы ла бер ҡыҙыҡлы проекттың инициаторҙары булып сығыш яһай. Башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын таш һында мәң-геләштерергә ҡарар итә.
Юбилей сиктәрендә Башҡортостан иң яҡшы ижади коллективтарҙың сығышын ойошторҙо. Нидерландтағы Рәсәй илселеге был ваҡиғаға фестиваль статусы бирҙе.
... Бына сәхнәгә йән арбағыс ҡурай моңдары аҫтында башҡорт егеттәре атылып килеп сыға. Республикабыҙҙың визит карточкаһы булған данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров ансамбле һылыуҙары “Ете ҡыҙ” бейеүен алып килгән. Башҡорт артистарының сығышы был тыныс ҡаланы бығаса булмаған шау-шоуға күмә.
Шығырым тулы зал көслө ал-ҡыштарға күмелә. Европа тамашасыһы бөгөн килеп йәнә башҡорттоң киң күңеллелеген, самимилығын тойҙо. Улар үҙҙәрен ошо минуттарҙа Башҡортостанда итеп хис иткәндер.
Фотокүргәҙмәлә Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ағиҙел йылғаһы, башҡорт һабантуйы күрһәтелде. Ошонда уҡ музей экспонаттары: милли кейемдәр, ҡул эше оҫталары яһаған әйберҙәр һәм башҡорт ҡоралдары бар ине. Тарихты ҡабаттан яҙып булмай, тип аңлата голландтар үҙҙәренең башҡорт мәҙәниәтенә булған ҡыҙыҡһыныуын.
Читайте нас